12+
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ
ХӘЙБУЛЛА РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫ ҮҘӘКЛӘШТЕРЕЛГӘН КИТАПХАНАЛАР СИСТЕМАҺЫ МУНИЦИПАЛЬ АВТОНОМЛЫ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ
Муниципальное автономное учреждение
Централизованная библиотечная система
муниципального района Хайбуллинский район
Республики Башкортостан

Китап күргәҙмәһе «Ижадында милли асыл»

Үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлегендә  Милли кейем көнөнә арналған «Ижадында милли асыл» исемле китап күргәҙмәһе ойошторолдо.

Милли кейем көнө – тарихыбыҙға, мәҙәниәтебеҙгә хөрмәт күрһәтеү мөмкинлеген бирә, үҫеп килгән быуынға йолаларыбыҙҙың ҙур байлыҡ булыуын аңлата. Милли костюм – ябай ғына кейем түгел, оҙон тарихи юл һөҙөмтәһе. Ул – халыҡтың мәҙәниәт, тарих үҙенсәлеген сағылдырыусы быуаттар буйы һаҡланып килгән ҡомартҡы.

Кеше үҙенең күңел донъяһын кейеме аша асып бирергә ынтылһа, милләттең дә йәшәү рәүеше, көнкүреше, эске донъяһы тышҡы ҡиәфәтендә сағыла. Шуға ла боронғо замандарҙан алып кешегә бер ҡараш ташлау менән, уның ниндәй милләттән икәнен билдәләп булған. Башҡорттоң
иһә күңел байлығы сигеү-нағышта, мәрйендән селтәрләп яһалған
биҙәүестәрҙә, көмөшкә сүкеп  һалынған биҙәктәрҙә сағылған.

Традицион башҡорт мәҙәниәтен – милли кейемдәрҙе тергеҙеп, киләһе быуынға тапшырған Әсмә Усманованың «Ауыл зыялыһы» китабы ете ырыу милли кейемдәрен, тамғаларын һалып төп нөхсәһендә үҙ ҡулдары менән тегеүгә өлөш индерә. Хәҙерге ваҡытта был милли кейемдәр районыбыҙҙың тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында һәм Сибай ҡалаһының тарих музейында һаҡлана. Шулай уҡ, Айгөл Кәмәлиеваның  «Башкирский костюм», Светлана Шитованың «Башкирская народная одежда» китаптарында башҡорт халыҡ кейемен тикшереүгә нигеҙләнгән, кейем һалымдың составы, уның төрҙәре, биҙәү һыҙаттары һәм башҡорт кейеме традицияларын хәҙерге заманда ҡулланыу мәсьәләләре яҡтыртыла . Милли кейемдә халыҡтың рухи байлығы, йәшәү рәүеше, йолалары, ижади үҫеше сағыла.

Китап күргәҙмәһе киң уҡыусылар даирәһенә иҫәпләнгән – рәссамдарға, уҡытыусыларға, тыуған яҡты өйрәнеүселәргә, сценаграфтарға файҙалы мәғлүмәттәр менән   тулыланған.