12+
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ
ХӘЙБУЛЛА РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫ ҮҘӘКЛӘШТЕРЕЛГӘН КИТАПХАНАЛАР СИСТЕМАҺЫ МУНИЦИПАЛЬ АВТОНОМЛЫ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ
Муниципальное автономное учреждение
Централизованная библиотечная система
муниципального района Хайбуллинский район
Республики Башкортостан

Китап күргәҙмәһе «Рухи илһам сығанағы»

Үҙәк район китапханаһында талантлы шағир һәм яҙыусыһы, оҫта журналист һәм публицист, Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Зәйнәб Биишева, Сергей Чекмарёв, Рәми Ғарипов, Фәтих Кәрим, Мәжит Ғафури, Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев һәм Назар Нәжми исемендәге әҙәби премиялар лауреаты Ирек Лотфый улы Кинйәбулатовтың тыуыуына 85 йыл тулыуға арналған «Рухи илһам сығанағы» исемле китап күргәҙмәһе ойошторолдо.

Ирек Кинйәбулатов мәктәптә үк шиғырҙар яҙа башлай. Уның тәүге шиғыры 1953 йылда, етенсе синыфта уҡығанда, «Пионер» журналында баҫылып сыға. Башҡорт дәүләт университетында уҡығанда «Шоңҡар» әҙәби-ижад түңәрәгенең старостаһы була. «Баҫыу юлы» тигән тәүге шиғырҙар китабы 1970 йылда сыға һәм шиғриәт һөйөүселәр күңелен яулап ала.  «Мин — башҡорт!», «Замана тауышы», «Сыйырсыҡтар бала осора», «Һөйөү иртәһе» исемле китаптары башҡорт шиғриәтенә үҙенсәлекле, үҙ тауышлы шағир килеүен күрһәтә. «Арғымаҡта» исемле шиғырҙар һәм поэмалар китабы башҡорт шиғриәтендә яңы күренеш булараҡ баһалана.  Уҙған быуаттың һуңғы һәм егерме беренсе быуаттың тәүге ун йыллыҡтарында донъя күргән һәм башҡа йыйынтыҡтарында шағир көнитмеш, үҙ халҡының бөгөнгө һәм киләсәктәге яҙмышы хаҡында фәлсәфәүи планда ныҡлап уйлана.

Ижад донъяһына берәү ҙә әҙер һуҡмаҡтан атлап килмәй, унда һәр кем үҙ юлын үҙе яра. Һәр кемдең үҙ яҙмышы, үҙ моңо, үҙ ҡәләме. Ирек Лотфый улы Кинйәбулатов та ошо әҙәбиәт, шиғриәт һуҡмағында үҙ юлын табып ныҡлы атланы. Рух ныҡлығы, талапсанлыҡ, тырышлыҡ, ғөмүмән, халҡына, уның тарихына, тыуған иленә булған һөйөү ижад ҡанаттарын талдырманы. Тос фекерле, изге уйлы китаптары ҡояш кеүек яҡты, йылы, нурлы һәм үҙе кеүек ирекле.

 

Үҙәк район китапханаһы хеҙмәткәре Лира Такалова.