12+
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ
ХӘЙБУЛЛА РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫ ҮҘӘКЛӘШТЕРЕЛГӘН КИТАПХАНАЛАР СИСТЕМАҺЫ МУНИЦИПАЛЬ АВТОНОМЛЫ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ
Муниципальное автономное учреждение
Централизованная библиотечная система
муниципального района Хайбуллинский район
Республики Башкортостан

Китап күргәҙмәһе «Яҡты хистәр донъяһы»

Үҙәк район китапханаһында талантлы  яҙыусы, шағирә, тәржемәсе, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Һәҙиә Дәүләтшина, Жәлил Кейекбаев һәм Муса Гәрәев исемендәге дәүләт премиялары лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры Гөлнур Миҙхәт ҡыҙы Яҡупованың  ижадына арналған «Яҡты хистиәр донъяһы» исемле китап күргәҙмәһе ойошторолдо.

Гөлнур Яҡупова – билдәле прозаик, публицист, йәмәғәт эшмәкәре. Ярты быуаттан ашыулыҡ хеҙмәт, ижади эшмәкәрлеген башҡорт журналистикаһын үҫтереүгә бағышлаған, милли әҙәбиәтебеҙҙе сағыу әҫәрҙәр менән байытыусы.

Китап күргәҙмәһендә яҙыусының   «Йыртҡыс ҡаны», «Ҡатындар», «Мөхәббәткә мәҙхиә»,«Йөрәк хаты» исемле һәм башҡа  тос йөкмәткеле китаптары һәм шиғырҙар йыйнтығы урын алған.

Күптәр яратып уҡыған әҫәрҙәренең береһе «Йыртҡыс ҡаны» повесында кеше һәм тәбиғәт араһындағы мәңгелек бәйләнеш, бәғзе әҙәми заттарҙың йыртҡыслығы, ҡырағай януарҙарҙың миһырбанлығы хикәйәләнә.

«Ҡатындар» исемле трилогияһы «Ҡыҙ бала»,«Бер һөйгәнем өсөн», «Кесе йыһан – Оло йыһан» романдарынан тора.Трилогияһында яҙыусы ҡатын-ҡыҙҙар тормошон тотош ил-ҡәүем, ил яҙмышы, үҙе йәшәгән мәле һәм боронғо тарихтарға ялғап, сикһеҙ Йыһан менән бәйләндереп, фәлсәфәүи тәрән һығымталар яһаған. Трилогияның теле – зауыҡлы, нәфис, ситуацияға ярашлы, сюжет һыҙығына урынлы. Ул китап уҡыусыларҙа яҡтылыҡ, сафлыҡ, матурлыҡ тыуҙырыусы, юғары зауыҡ тәрбиәләүсе тел. Уның был тормошсан, халыҡсан трилогияһы ҡуйы һутлы, матур, шуға күрә уны Башҡортостанда ғына түгел, ә унан ситтәге төбәктәрҙә йәшәгән милләттәштәребеҙ, күрше Татарстан халҡы ла яратып уҡыйҙар, яҙыусыны был трилогияның дауамын яҙыуҙы һорайҙар.

Гөлнур Миҙхәт ҡыҙы Яҡупова 1948 йылдың 24 июнендә Башҡорт АССР-ының Ғафури районы Сәйетбаба ауылында тыуған. Салауат педагогия училищеһын, Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлаған.

Хеҙмәт юлын Ғафури районының «Йондоҙ» гәзитендә әҙәби хеҙмәткәр вазифаһында башлай, артабан мөхәррир урынбаҫары була. 1986 йылдан «Башҡортостан ҡыҙы» журналында эшләй. 1990 йылдан — «Ағиҙел» журналының яуаплы сәркәтибе, 2003—2008 йылдарҙа — баҫманың өлкән мөхәррире.

Әҙәби ижад һуҡмағына иртә аяҡ баҫа, журналист ҡәләмен дә ташламай. Шиғырҙары 1964-1965 йылдарҙа уҡ «Ленинсе»«Совет Башҡортостаны» гәзиттәрендә баҫыла башлай. Яҙыусы һөнәренә ныҡлап тотоноуы XX быуаттың 80-се йылдарына тура килә. «Йәш көстәр» (1982, 1984) альманахында тәүге шиғри шәлкемдәре донъя күрә. 1989 йылда «Нағыш» исемле китабы нәшер ителә. «Автограф» (1992) тигән йыйынтығы әҙип ҡәләменең көсөн һәм һәләтен ныҡлап иҫбатлай, уның ижадына һәр тарафтан ҡыҙыҡһыныу арта.

Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим: «…Тел бәҫен тота белеү, сама тойғоһо, фекер асыҡлығы, сағыу буяуҙар — бөтәһе лә өлгөргән талант хаҡында һөйләй…», — тигән баһа биреп, йәш шағирға Яҙыусылар берлеге ағзалығына фатиха бирә.

Уҡытыусы белеменә эйә авторҙың балалар әҙәбиәтендә лә хеҙмәттәре бар, кескәйҙәр өсөн ул «Ярғанат», «Ғәжәп хәбәр»  тигән ҡыҙыҡлы һәм фәһемле китаптар яҙа. Ә инде «Башҡортостандың Ҡыҙыл китабы» фәнни баҫмаһынан сығып ижад ителгән «Ҡыҙыл китап аманаты» исемле ике томлыҡтың, унда ингән хикәйәләр, әкиәттәр, йомаҡтар һәм шиғырҙар аша еткерелгән, нәфис әҙәбиәт теле менән һеңдерелгән тәрбиәүи нотоҡтоң әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Башҡортостан Мәғариф министрлығының был баҫманы 2010 йылда мәктәптәр өсөн махсус нәшер итеүе лә быға дәлил.

20 йылдан ашыу Гөлнур Яҡупова тыуған Ғафури районы мәктәптәренең әҙәби ижад менән мауыҡҡан балалары араһында «Өмөтлө ҡәләм» бәйгеһе уҙғара, һөнәр серҙәре менән уртаҡлаша, балаларҙы нәфис әҙәбиәткә ылыҡтыра.

Гөлнур Яҡупова уҡыусыларҙың ҙур һөйөүен яулаған мауыҡтырғыс хикәйәләү оҫтаһы, хис һәм аҡыл эйәһе. Яҙыусының «Ҡыҙыл китап аманаты» китабы рус телендә «Заветы Красной книги»,  тигән исемдә, ә трилогияһының беренсе томы « Ҡыҙ бала» «Бельские просторы» журналында «Девчоночка» исемендә тәржемә ителеп сыҡты.

Уҡыусылар тарафынан яратып ҡабул ителгән әҙибәбеҙ әле лә яңынан-яңы әҫәрҙәре менән һөйөндөр тигән изге теләктә ҡалабыҙ.