12+
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ
ХӘЙБУЛЛА РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫ ҮҘӘКЛӘШТЕРЕЛГӘН КИТАПХАНАЛАР СИСТЕМАҺЫ МУНИЦИПАЛЬ АВТОНОМЛЫ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ
Муниципальное автономное учреждение
Централизованная библиотечная система
муниципального района Хайбуллинский район
Республики Башкортостан

Әҙәби осрашыу «Ҡанатлы күңел ҡәләме»

Районыбыҙҙың һәр ауылында ла һүҙ ҡәҙерен белгән, илһамлы ижад даръяһында йөҙгән, күңел түрендәге хис-тойғоларҙы аҡ ҡағыҙ биттәренә төшөргән ҡәләм тирбәтеүселәр бихисап. Хозур тәбиғәтле Мәмбәт ауылы ла данлыҡлы шәхестәре, үҙенсәлекле һәүәҫкәр яҙыусылары менән ғорурлана ала.

23 ноябрь көнө Мәмбәт ауылының моделле китапханаһында «Ҡанатлы күңел ҡәләме» исемле әҙәби осрашыу үтте. Сараның төп ҡунаҡтары һәүәҫкәр яҙыусылар Вәсимә Рәфҡәт ҡыҙы Солтанова, Зинира Рәсүл ҡыҙы Рафиҡова, Вәсилә Хәйрулла ҡыҙы Мәмбәтова үҙҙәренең ижади уңыштары менән бүлеште. Тормоштоң асылын, донъяның матурлығын ҡайнар йөрәге аша тойған ҡәләм тирбәтеүселәрҙең  үҙ теле, үҙ моңо, үҙенә генә хас ижад алымдары бар. Артыҡ яңғырауыҡлы һүҙҙәр, иҫ китмәле буяуҙар менән мауыҡмай, һаҡ биҙәктәр аша уҡыусы күңелен арбай улар. Ошо дала ерлегенә хас киң күңеллелек, халыҡсанлыҡ, ғәҙеллек, һиҙгерлек ярылып ята шиғырҙарында. Вәсимә Солтанова «Тауҙарҙа ҡайтауаз», Зинира Рафиҡова «Күңелем нурҙары» исемле шиғырҙар йыйынтығы сығарыуға өлгәшһә, ә Вәсилә Мәмбәтованың хистәр йәйғоро менән тулышҡан шиғырҙарын «Хәйбулла хәбәрҙәре» гәзите аша даими уҡып барабыҙ. Мәмбәт ауылы егете Наил Ҡарабаев та яҙышыуға бик әүәҫ, киләсәктә лә уны әҙәби осрашыуҙа күрербеҙ тип өмөтләнәбеҙ.

Әҙәби осрашыуҙа Аҡъяр ауылынан Зилиә Ҡужәбәкова, Өфө ауылынан Әнүзә Гәрәеваларҙың тос ферекле, күңел ҡылдарын сирткән шиғри күстәнәстәре рухи күтәренкелек өҫтәне. Шулай уҡ, «Туржы ынйылары» фольклор коллективының сығышы илаһи моң менән хистәр тулҡынына күмеп, барыбыҙҙың күңеленә хуш килде.

 

Лира Такалова, үҙәк район китапханаһы хеҙмәткәре.