12+
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ
ХӘЙБУЛЛА РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫ ҮҘӘКЛӘШТЕРЕЛГӘН КИТАПХАНАЛАР СИСТЕМАҺЫ МУНИЦИПАЛЬ АВТОНОМЛЫ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ
Муниципальное автономное учреждение
Централизованная библиотечная система
муниципального района Хайбуллинский район
Республики Башкортостан

Моңға һөйөү мәңге һүнмәҫ!

Йәйҙең йәмле көндәренең береһендә Йәнтеш ауылы мәҙәниәт йортонда билдәле яҡташыбыҙ,  беренсе башҡорт дирижёры, БАССР-ҙың һәм РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Башҡортостандың халыҡ артисы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ  һәм «Почет билдәһе» ордендары кавалеры Ғәйнетдин Хәйретдин улы Моталовтың яҡты иҫтәлегенә арналған «Моңға һөйөү мәңге һүнмәҫ!» исемле хәтер кисәһе үтте. Был күркәм саранан үҙәк район китапханаһы хеҙмәткәрҙәре лә ситтә ҡалманы.

Ябай башҡорт ауылы, ябай ауыл малайы, золом ҡорбандары… Моңға, музыкаға булған һөйөү ҡайҙан килә һуң? Күктән бирелгән мөғжизәле талантмы? Үҙенсәлекле һәләт тыуған ерҙәнме? Әсә күкрәге менән һеңгән оло бүләкме? Әлбиттә, күктән бирелгән мөғжизәле талант,  әсә күкрәге менән һеңгән оло бүләк һәм иң мөһиме ихтыяр көсө, тырышлыҡ, рухи ныҡлыҡ, маҡсат, үҙ көсөңә ышаныс һәм ныҡышмалылыҡ. Тап ошо сифаттар  Ғәйнетдин Хәйретдин улын бейеклектәргә күтәрә. Тормош юлында осраған барлыҡ ауырлыҡтарҙы еңеп сыҡҡан арҙаҡлы яҡташыбыҙ тормош һуҡмағы һәр быуын өсөн юғары өлгө. Ошондай данлыҡлы шәхестәребеҙҙең тормош юлын өйрәнеү, мәңгеләштереү һәм уларҙан өлгө алыу беҙҙең оло бурысыбыҙ.