12+
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ
ХӘЙБУЛЛА РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫ ҮҘӘКЛӘШТЕРЕЛГӘН КИТАПХАНАЛАР СИСТЕМАҺЫ МУНИЦИПАЛЬ АВТОНОМЛЫ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ
Муниципальное автономное учреждение
Централизованная библиотечная система
муниципального района Хайбуллинский район
Республики Башкортостан

Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант-2022

#башҡорттелендәдиктант

#башдиктант/#башдиктант2022

#диктантпобашкирскомуязыку

#башҡортсадиктантяҙам

 

23 апрелдә «Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант-2022» акцияһы уҙғарыла. Һеҙҙең иғтибарға диктант яҙыуҙы ойоштороу тәртибен тәҡдим итәбеҙ.

«Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант-2022» онлайн һәм офлайн форматта ойошторола.

11.00 сәғәттә (Өфө ваҡыты буйынса) Башҡортостан юлдаш телевидениеһы, «Бәйләнештә» социаль селтәрендә, Телеграм-каналда диктант тексын тура эфирҙа уҡый башлайҙар:

–   11.00-11.25 сәғәт арауығында – башҡорт телен яңы өйрәнә башлаған ҡатнашыусылар өсөн;

–   11.30-12.00 сәғәттә – башҡорт телендә иркен аралашҡан ҡатнашыусылар өсөн;

– 12.05-12.30 сәғәт арауығында – башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында яҙған ҡатнашыусылар өсөн.

Быйыл башҡорт телендә иркен аралашҡан кешеләр өсөн тексты Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса беренсе урынбаҫары Урал Таһир улы Килсенбаев уҡый. Башҡорт телен яңы өйрәнә башлағандар өсөн – «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы» төбәк-ара конкурсы еңеүсеһе Мирас Рәшит улы Ишдәүләтов. Башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында яҙған ҡатнашыусылар М. Гәрәев исемендәге башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәгенең баш белгесе Гүзәл Рәсим ҡыҙы Нуриева етәкселегендә диктант яҙасаҡ.

Һәр ҡатнашыусының диктантты өйҙә үҙаллы яҙыу мөмкинлеге бар. Тамамлағас, диктант яҙылған ҡағыҙҙы фотоға төшөрөп (сканер аша үткәреп), 2022 йылдың 24 апреленең төнгө 23.59 сәғәтенә тиклем bashdictant2022@mail.ru  электрон почтаһына йәки телеграм-ботҡа https://t.me/bash_dictant_bot  ебәрергә кәрәк.

Диктантты онлайн режимда яҙыу мөмкинлеге булмаған осраҡта, тура эфирҙың видеояҙмаһын рәсми сайтта 2022 йылдың 24 апреленең 23.59 сәғәтенә тиклем (Өфө ваҡыты буйынса) ҡарарға мөмкин. Теләге булғандар эфирҙың ҡабатланыуын ҡарап та яҙа ала.

Төп оффлайн майҙансыҡтар Башҡорт дәүләт университетында, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында, Башҡортостан Республикаһының Мәғарифты үҫтереү институтында һәм Башҡортостан Республикаһының Милли музейында ойошторола.

Өҫтәмә оффлайн майҙансыҡтар исемлеген сайтта  https://bashdictant.ru/   ҡарарға мөмкин. Шулай уҡ сайтта оффлайн майҙансыҡтарҙы теркәү мөмкинлеге барлыҡҡа килде. Теркәлгәндән һуң улар «Бөтә майҙансыҡтар» бүлегендә сағылыш табасаҡ.

 

23 апреля состоится акция «Международный диктант по башкирскому языку – 2022».

Диктант пройдет в онлайн и офлайн форматах. В 11.00 (по уфимскому времени) на телеканале «Башкирское спутниковое телевидение», в социальной сети «ВКонтакте», в телеграм-канале начнется прямая трансляция чтения диктатором текста диктанта:

–   с 11.00 до 11.25 – для участников с начальным уровнем владения башкирским языком;
– с 11.30 до 12.00 – для участников, свободно владеющих башкирским языком;
–  с 12.05 до 12.30 – для участников, пишущих на северо-западном диалекте башкирского языка.

Для участников, свободно владеющих башкирским языком, диктант будет читать первый заместитель руководителя администрации Главы Башкортостана по внутренней политике Урал Кильсенбаев.

Для участников с начальным уровнем владения башкирского языка, – Мирас Ишдавлетов, победитель межрегионального конкурса «Учитель года башкирского языка и литературы».

Для участников, пишущих на северо-западном диалекте башкирского языка, – главный специалист башкирского историко-культурного центра им. М. Гареева Гузель Нуриева.

Каждый участник акции имеет возможность написать диктант дома самостоятельно. По окончании лист с диктантом необходимо будет сфотографировать (сканировать) и направить на электронную почту bashdictant2022@mail.ru  или в телеграм-бот https://t.me/bash_dictant_bot  до 23.59 24 апреля 2022 года.

В случае отсутствия возможности написать диктант в режиме онлайн, видео прямого эфира будет доступно на официальном сайте до 24 апреля 2022 года до 23.59 (по уфимскому времени). Желающие смогут посмотреть повтор эфира, написать диктант и отправить результаты до окончания приема работ.

Основные офлайн-площадки организованы в Башкирском государственном университете, Башкирском государственном педагогическом университете им. М. Акмуллы, Институте развития образования Республики Башкортостан и в Национальном музее Республики Башкортостан.