EnglishDeutschРусский
Версия для слабовидящих Карта сайта Спроси библиографа / Обратная связь Instagram Одноклассники YouTube
12+
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫНЫҢ
ХӘЙБУЛЛА РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОН ҮҘӘКЛӘШТЕРЕЛГӘН КИТАПХАНАЛАР СИСТЕМАҺЫ МУНИЦИПАЛЬ АВТОНОМ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ
Муниципальное автономное учреждение
Централизованная библиотечная система
муниципального района Хайбуллинский район
Республики Башкортостан

Сылтырап аҡһын ижад шишмәләре

18 апрель үҙәк район китапханаһында шағир, яҙыусы, журналист, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Шәһит Хоҙайбирҙин һәм Батыр Вәлид исемендәге  премиялар лауреаты, «Ағиҙел» журналының баш мөхәррир урынбаҫары Әхмәр Ғүмәр улы Үтәбаев менән «Сылтырап аҡһын ижад шишмәләре» исемле ижади кисә үтте.   Осрашыуҙа Хәйбулла районының «Аҫылташ» ижади ойошмаһының һәүәҫкәр ҡәләм тирбәтеүселәре шиғырҙарына байҡау яһалды.

Яҙыусы Әхмәр Үтәбайҙың милли рухлы әҫәрҙәрен әҙәбиәт һөйөүселәребеҙ яратып ҡабул итә. Уның ваҡытлы матбуғат биттәрендә әленән-әле донъя күргән йәшәйеш, тел программаларын күтәргән, милли үҙенсәлектәребеҙҙе һаҡларға, үҙ йөҙөбөҙҙө юғалтмаҫҡа, һәр йәһәттән үҫешкә саҡырған мәҡәләләре берәүҙе лә битараф ҡалдырмай, уй-зиһендәрҙе ҡуҙғытып, халыҡыбыҙҙы үҙ яҙмышы хаҡында уйланырға мәжбүр итә.

Ижади кисәлә Фәриғә Күсәкова, Зилиә Кужабекова, Фәниә Арыҫланова, Вәсилә Мәмбәтова, Ләлә Байғужина, Әнүзә Гәрәева, Вәғиҙә Ҡужағилдина, Алһыу Кәипова, Әлфинә Ультраковалар шиғырҙарын уҡыны. Әхмәр Ғүмәр улы уларға урынлы кәңәштәрен биреп, шиғырҙарын «Ағиҙел» журналында баҫтырып сығарыу ниәтен әйтте. «Шиғырҙарығыҙҙа ошо дала ерлегенә хас киң күңеллелек, халыҡсанлыҡ, дәрт йәшәй. Тыуған төйәгегеҙгә, телегеҙгә булған һөйөү, тирә-яҡтың матурлығын һиҙгер тойоуығыҙ ярылып ята. Аҡланыу ҙа, һаҡланыу ҙа, тоғролоҡ, ғәҙеллек кеүек иң изге тойғоларығыҙ һыйған яҙмаларығыҙға. Әлбиттә, саф күңел менән яҙылған шиғырҙарығыҙ донъя күрергә тейеш. Бының өсөн «Ағиҙел» журналы янында ойошторолған «Ағиҙел» журналы китапханыһы» тап һәүәҫкәр яҙыусылар өсөн булдырылды, унда һеҙҙең шиғыр, хикәйәләрегеҙ донъя күрә аласаҡ. Фәриғә Күсәкованың иман нурына әйҙәүсе «Тәүбә» исемле хикәйәһен бөтә журнал хеҙмәткәрҙәре менән бик тетрәнеп, илай-илай уҡып сыҡтыҡ. Күп ғаиләләрҙең төп асылын боҙоусы, аҡылыбыҙҙы томалаусы, балаларҙың бала-сағын урлаусы заманабыҙҙың иң ҡурҡыныс сирен тик динебеҙ аша ғына еңеүебеҙ асыҡ сағыла хикәйәлә. Хикәйә «Ағиҙел»дең бишенсе һанында баҫылып сығасаҡ», – тип илһам ҡанаттары бирҙе Әхмәр Ғүмәр улы.

Үҙенең бай тарихлы, тос фекерле хикәйәләре менән дан алған, республика-район гәзиттәренә йыш яҙышҡан  Урал Илембәтов та ҡыйыу фекерҙәре менән уртаҡлашты, изге теләктәрен еткерҙе.

Һәр кем йәшәү дәүерендә йөрәгендәге ихлас тойғоларын, шатлыҡ-хәсрәттәрен, илаһи мәлдәрен моң-көйгә һала, кемдәлер илһамлы шиғри юлдар урғылып сыға, бәғзе берәүҙәр ең һыҙғанып эш менән баҫа. Ошо илһамлы мәлдәр һәүәҫкәр ҡәләм тирбәтеүселәрҙең тормош юлында тик йондоҙ булып балҡыған маяк булып торһон, үҙ уҡыусыларын табып, ғүмер һуҡмағында сәм өҫтәһен.

 

Лира Такалова, үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге.

 

Фото: Гөлнара Сыңғыҙова, үҙәк район китапханаһының китап уҡыусыларҙы хеҙмәтләндереү бүлеге мөдире.