EnglishDeutschРусский
Версия для слабовидящих Карта сайта Спроси библиографа ЦРДМБ БСМБ Одноклассники YouTube
12+
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ
ХӘЙБУЛЛА РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫ ҮҘӘКЛӘШТЕРЕЛГӘН КИТАПХАНАЛАР СИСТЕМАҺЫ МУНИЦИПАЛЬ АВТОНОМЛЫ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ
Муниципальное автономное учреждение
Централизованная библиотечная система
муниципального района Хайбуллинский район
Республики Башкортостан

Хөрмәтле әҙәбиәт һөйөүселәр, һеҙҙең иғтибарығыҙға өр-яңы китап!

Тыуған яҡты өйрәнеүсе, һәүәҫкәр тарихсы һәм халыҡ ижады ынйыларын йыйыусы Дауыт Ҡыуандыҡов (1942-2013) «Ҡорама юрған» китабында ырыу тарихына ҡағылышлы хәтирәләре, Мәмбәт, Әҙел, Маҡан, Сәғит, Яңы Ергән, Таңатар ауылдарының тирә-яғындағы ер-һыу атамаларының легендалары, ауыл тормошона бәйле көләмәстәре менән уртаҡлаша. Уның 2012 йылда донъя күргән «Мәмбәт риүәйәттәре» китабын уҡыусылар йылы ҡабул итте.  ошо китаптың дауамы булараҡ әҙерләнгән «Ҡорама юрған» йыйынтығы ата-бабаларыбыҙҙың сал тарихын йәш быуындарға еткерергә тырышҡан илһөйәр Дауыт Мирсәйет улы Ҡыуандыҡовтан яҡташтарына йәнә бер рухи күстәнәс.

Дауыт Ҡыуандыҡовтың «Ҡорама юрған» китабын сығарыуға бик күп көс һалған, мөхәррире, төҙөүсеһе һәм баш һүҙ авторы, яҡташыбыҙ Башҡортостандың халыҡ шағиры , Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Ҡәҙим Аралбаев район китапханаһына бүләк итте.

Китапханаға рәхим итегеҙ!