EnglishDeutschРусский
Версия для слабовидящих Карта сайта Спроси библиографа / Обратная связь Instagram Одноклассники YouTube
12+
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫНЫҢ
ХӘЙБУЛЛА РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОН ҮҘӘКЛӘШТЕРЕЛГӘН КИТАПХАНАЛАР СИСТЕМАҺЫ МУНИЦИПАЛЬ АВТОНОМ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ
Муниципальное автономное учреждение
Централизованная библиотечная система
муниципального района Хайбуллинский район
Республики Башкортостан

“Ҡатын-ҡыҙҙың бөтә матурлығы — әсә булыуҙа”

Үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге әсәйҙәр көнөнә арнап  “Ағинәйҙәр” берекмәһе һәм әүҙем китап уҡыусылар өсөн “Ҡатын-ҡыҙҙың бөтә матурлығы — әсә булыуҙа” исемле әҙәби кисә үткәрҙе.

“Әсәлек хисе һәм ғорурлығы – йәшәйештең асылы, моғайын, ул кешелек таңында уҡ тыуған иң изге, иң бөйөк, иң мәңгелек хистәрҙең береһелер”, – тип яҙған яҙыусы Сабир Шәрипов. Эйе, ҡатын-ҡыҙҙың бар булмышы, тәбиғәттән һалынған асылы ошоға ҡоролған. Һәр башланғыс, изге ойотҡо әсә һөйөүенән, әсә тәрбиәһенән  һалына.

Китапхана янында ойошторолған “Ағинәйҙәр” берекмәһе етәксеһе Менәүәрә Исхаҡ ҡыҙы Бохарбаева барыһын да байрам менән ихлас ҡотлап үтте һәм район мәҙәниәт йорто хеҙмәткәре, республика бәйгеләр конкурсы лауреаты Гөлфиә Хәләфетдинова байрам кәйефе өҫтәп йырҙар бүләк итте.

Ҡатын-ҡыҙ яҙыусыларыбыҙҙың әҫәрҙәренән торған китап күргәҙмәһенә байҡау яһағандан һуң киң билдәле яҙыусы Лира Яҡшыбаеваның “Ырыҫлытау ыласыны” повесына таянып бала, әсә темаһына төплө фекер алышыу ойошторолдо. Мәрзиә Ишемова әҫәрҙең йөкмәткеһен һөйләгәндән һуң, “Атаһы ниндәй – улы шундай…”, “Нәҫеленә ҡара ла балаһын күр…”, “Алма ағасынан алыҫ төшмәй”, “Ишандан ишан тыуа, нишандан нишан тыуа” тигән мәҡәл-әйтемдәргә  “Ағинәйҙәр”ебеҙ тормоштан алынған оҡшаш миҫалдар килтерҙеләр. Әҫәрҙең матур, фәһемле тамамланыуына әсә кешенең сабыр холоҡло, тәртипле, иренең юлынан китмәүе, көслө ихтыярлы булыуы ғаилә  ҡотон һаҡлап ҡала.   Балаларының йөрәгенә уңдырышлы орлоҡ сәсеп, яманлыҡтарҙан ҡурсалап, үҙенең өлгөһөндә тәрбиә бирә алған ул. Әсә йөрәге – донъялағы иң оло йыһан. Уның ҡөҙрәте менән, уның ҡурсыуы аҫтында йәшәй һәм үҫешә бөгөн милләтебеҙ.

“Бауырына бала баҫмаған, үҙе бала баҡмаған ҡатын-ҡыҙҙың йөҙөндә нур булмаҫ”, ти халыҡ әйтеме. Тимәк, ҡатын-ҡыҙҙың бөтә матурлығы, бар күркәмлеге – әсә булыуҙа.