EnglishDeutschРусский
Версия для слабовидящих Карта сайта Спроси библиографа / Обратная связь Instagram Одноклассники YouTube
12+
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫНЫҢ
ХӘЙБУЛЛА РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОН ҮҘӘКЛӘШТЕРЕЛГӘН КИТАПХАНАЛАР СИСТЕМАҺЫ МУНИЦИПАЛЬ АВТОНОМ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ
Муниципальное автономное учреждение
Централизованная библиотечная система
муниципального района Хайбуллинский район
Республики Башкортостан

Вәлит ауылы китапханаһы тарафынан Ғаилә йылына арналған район имиджлы саралар конкурсы сиктәрендә «Ергә һөйөү улар йөрәгендә» исемле игенселәр династияһына бағышланған сара үткәрелде. Комбайндар гөрләп торған баҫыу янына сараға саҡырылған Рәхмәтуллиндар ғаиләһе, ағинәйҙәр, Рәүф Ҡансурин етәкселегендәге ҡурайсылар ансамбле һәм башҡа ҡатнашыусылар йыйылғайны.

Атанан күргән уҡ юнған, әсәнән күргән тун бескән, ти халыҡ мәҡәле. Мөнир Яһанур улына ла ергә һөйөү  ошо ерҙә сиҙәм күтәреүҙә ҡатнашҡан, 40 йылдан ашыу  ғүмерен иген үҫтереүгә бағышлаған, ике тапҡыр Хеҙмәт Ҡыҙыл байраҡ ордены кавалеры, Рәсәйҙең атҡаҙанған механизаторы, атайы Яһанур  Рәхмәтуллиндан күскән.  Ул бөгөн ошо баҫыуҙың тулы хужаһы.

60 йыллыҡ ғаилә стажы булған Мәрфүғә Зыяитдин ҡыҙы һәм Яһанур Алламорат улы Рәхмәтуллиндар ҙа сиҙәм күтәрешеүҙә ҡатнашҡандар. Улар һүҙ  алып, бөгөнгө баҫыу батырҙарына – үҙҙәренең улдары Нәғим менән Мөниргә, ағайҙарының улы Камилға һәм йыл да ураҡ осоронда фермерға ярҙам итеүсе Мостафин Камилға эштәрендә уңыш теләне.

Китапханасы Хәлидә Аслаева “Икмәк – тормош ҡото, ырыҫы һәр йорттоң” исемле күргәҙмә менән таныштырып, яҡташыбыҙ Ф.Аҡбулатованың «Атай икмәге” хикәйәһен хәтергә алды, икмәк тураһында ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр биреп үтте һәм халҡыбыҙҙың икмәк тураһындағы мәҡәл-әйтемдәре индерелгән буклет таратты.

Был матур сара йыр-бейеүҙәр, ағинәйҙәрҙең театрлаштырылған сығышы менән аралашып барҙы.