12+
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ
ХӘЙБУЛЛА РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫ ҮҘӘКЛӘШТЕРЕЛГӘН КИТАПХАНАЛАР СИСТЕМАҺЫ МУНИЦИПАЛЬ АВТОНОМЛЫ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ
Муниципальное автономное учреждение
Централизованная библиотечная система
муниципального района Хайбуллинский район
Республики Башкортостан

Ҡулдарында тылсым бар

Үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлегендә Бөтә донъя матурлыҡ көнөнә арнап 1-се Акъяр урта мәктәбенең 7-се класс уҡыусыларына (хеҙмәт дәресе уҡытыусыһы Аҡнаҙарова Нәйлә Фазылғафар ҡыҙы) “Ҡулдарында тылсым бар” исемле оҫталыҡ дәресе үткәрелде.
Матурлыҡ. Ниндәй киң тѳшѳнсә ул. Уны һәр кем үҙенсә аңлай, ҡабул итә. Матурлыҡ бер кемде лә битараф ҡалдырмай. Тап ошо тѳшѳнсә кешене илһамландыра, бейеклектәргә әйҙәй. Матур йәшәү өсөн һәр яҡтан да матур булыу кәрәк, тирә-яғыңдағы мөхиттең, үҙ тормошоңдың йәмле һәм йәнле булыуы мөһим.
Берәүҙәр үҙ тормошонда тәғәйен генә эш менән булһа, икенселәре өҫтәмә шөғөлдәрҙе лә яҡын күрә. Кемдәрҙер тирә-яҡтағы матурлыҡты ҡағыҙ биттәренә төшөһә, икенселәр ҡул эштәренә өҫтөнлөк бирә, бәғзеләр йырҙар, көйҙәр ижад итә. Ғөмүмән, һәр кем матурлыҡты үҙенсә аңлай, тоя, күрә. Матурлыҡты күреп, тойоп ҡына ҡалмай, шул матурлыҡты, йылылыҡты үҙ ҡулдары менән тыуҙырған, һәр яҡтан да маһир булған Әнисә Азат ҡыҙы Такалова уҡыусыларға төҫлө ҡағыҙҙан роза сәскәһе эшләү серҙәре менән уртаҡлашты.
Сәскә яратҡандарҙың күңелендә яуызлыҡ булмай, ти венгр халыҡ мәҡәле. Юҡҡамы ни, сәскәләрҙе нәфислек, шатлыҡ, бәхет һәм мөхәббәт символы, рухландырыу һәм илһамландырыу сығанағы, тиҙәр. Донъяла сәскәләрҙән дә матурыраҡ, наҙлыраҡ әйбер юҡ. Сәскә бүләк итеү – мөхәббәт, ихтирам, хөрмәт билдәһе. Улар кешеләр араһындағы мөнәсәбәттәрҙе йылыта.
Эйе, матурлыҡты үҙ ҡулдары менән тыуҙырыусыларға һоҡланмау мөмкин түгел: нәҡ шундайҙар рухландыра, нәҡ шундайҙар биҙәй тормошобоҙҙо!

Л.Х. Такалова.
Фото Р.З. Файзуллина.