12+
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ
ХӘЙБУЛЛА РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫ ҮҘӘКЛӘШТЕРЕЛГӘН КИТАПХАНАЛАР СИСТЕМАҺЫ МУНИЦИПАЛЬ АВТОНОМЛЫ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ
Муниципальное автономное учреждение
Централизованная библиотечная система
муниципального района Хайбуллинский район
Республики Башкортостан

Йөрәктән сыҡҡан һүҙ йөрәккә етә

Шиғриәт ул-серле донъя,

Шиғриәт ул-татлы ғазап,

Шиғриәт ул- бар тәбиғәт,

Күңел күҙе ул-шиғриәт.

Кешелектең йәшәү дәүерендә кешеләрҙең күңелендә шиғриәткә булған мөхәббәте һис ҡасан да һүрелмәй. Шиғриәт, ижад тип аталған бөйөк төшөнсәләр бөгөнгө болғансыҡ тормоштан юғары тора.Ана шул юғарылыҡта ҡалыу,нәфис һүҙ менән кеше күңеленә йылылыҡ, рухи ныҡлыҡ биреүгә ынтылыш шиғриәтте мәңгелек дуҫ-иптәш итеп һанаған һүҙ оҫталарын Әбеш ауыл китапханаһы  “Йөрәк һүҙе” шиғриәт бәйгеһенә йыйҙы ла инде. Бәйгене  асып китапханасы Кускильдина Мәликә Хәлил ҡыҙы үҙе ижад иткән “Йөрәк һүҙҙәрем” шиғырын ҡыҙы Айгүзәл Кускильдина менән һөйләнеләр. Артабан һигеҙ пар бәйгесе үҙҙәренәң йөрәк һүҙҙәрен әйтер өсөн сәхнәгә сыҡтылар. Беренсе бәйгесебеҙ Эльвира Юнысова ҡыҙы Наҙгөл менән Зөлфиә Ханнанованың “Тыумаған бала зары” шиғырын һөйләгәндә тамашасылар тыныс күңел менән тыңлай алмағандыр, моғайын . Әсәле –ҡыҙлы Миңзәлә Мөхәмәтова һәм Нурсилә Ибраһимова Фирүзә Абдуллинаның шиғырҙарын һөйләгән ваҡытта һәр кемде тормош мәғәнәһе тураһында уйланырға саҡырһа, уларҙа заманыбыҙҙың һыҙланыу-әсенештәре лә сағылды. Шиғриәт донъяһы асылып бөтмәгән сер. Быға күп кенә шиғыр аша инергә мөмкин. Әйләнә-тирәне, туған телебеҙҙе бар матурлығы менән тойор,бер үк мәлдә әллә күпме кисереш эсендә йәшәр өсөн, бөйөк шағирҙарыбыҙҙың шиғырҙарын белеү ҙә етә. Сәхнә түренә сыҡҡан бәйгеселәребеҙ Фәрит һәм ҡыҙы Айзилә Юнысовтар -Зәйнәб Биишеваның “Ғүмер юлы”,”Һағыныу”, Гөлназ һәм улы Ирәндек Суриндар -Ш.Бабичтың “Башҡортостан”, Әлфиә һәм улы Илгизәр Суриндар- Р.Бикбаевтың “Халҡыма хат” , Фәнүзә  Сурина һәм улы Марат Нурғәлин – Р.Сафиндың “Ҡыр ҡаҙҙары”, Р.Ниғмәтиҙең “Йәмле Ағиҙел буйҙары” шиғырҙары менән иҫбат иттеләрҙә  инде. Шиғриәт тигән серле донъяға үҙ моңо, үҙ тауышы менән килеп ингән  Рәүилә  Ишемғолова “Уйҙарым” шиғыры менән бәйгенең бәҫен арттырҙы. Әлфиә һәм Әнүәр Аҡҡужиндар “Аңла йөрәгемде” шиғырын һөйләп кенә түгел, ә йырлап та ишеттереп тамашасыларҙың күңелдәрен яуланылар. Шиғыр булған ерҙә йырҙа була, бәйге йыр –бейеүҙәр, ҡурай моңдары менән үрелеп барҙы. Йөрәктән сыҡҡан һүҙ йөрәккә етә, ти халыҡ. Шиғыр тыңлап, ләззәтле тойғоларға сумып, илһам, дәрт алды тамашасылар. Был матур башланғыс алдағы йылдарҙа ла дауам итер тигән өмөттә ҡалабыҙ. Бәйгенең бағымсылары – ауылдаштарыбыҙ Ислам Ғәйнислам улы һәм Рәфиә Рафиҡ ҡыҙы Үзбәковтар – “Сувенирҙар” магазины. Уларға һаулыҡ,оҙон ғүмер, еңел булмаған эштәрендә уңыштар теләйбеҙ һәм сикһеҙ рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.