12+
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ
ХӘЙБУЛЛА РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫ ҮҘӘКЛӘШТЕРЕЛГӘН КИТАПХАНАЛАР СИСТЕМАҺЫ МУНИЦИПАЛЬ АВТОНОМЛЫ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ
Муниципальное автономное учреждение
Централизованная библиотечная система
муниципального района Хайбуллинский район
Республики Башкортостан

Шиғриәт һуҡмағында

Үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған-яҡты өйрәнеү бүлегендә хәйбулланың һәүәҫкәр ҡәләм тирбәтеүселәре “Аҫылташ” әҙәби-ижад берекмәһе 21 мартта Бөтә донъя шиғриәт көнөн билдәләгән көндө“Шиғриәт һуҡмағында” исемле ижади осрашыуға йыйылды.
Һәр нәмәлә шиғыр ята,
Әгәр күрә тоя белһәң,
Тойғаныңды йөрәгеңдә,
Шиғыр итеп ҡоя белһәң.(Н.Нәжми).
Күңелендәге үҙеңә ауаздаш матурлыҡты ла күрә белеү – оло рухи хазина, һәм уны һәр саҡ үҫтереү зарур икәнлеген аңлау ҙа үҙе ҙур табыш.
Хәйбуллабыҙ талантлы, рухлы кешеләргә бай. Һанап тораһы ла түгел, быны беҙ арҙаҡлы шәхестәребеҙгә ҡарап та әйтә алабыҙ. Әммә республика, ил кимәленә сыҡмаһа ла, тыуып-үҫкән, йәки килен булып төшкән ауылдарында йәшәп матур һәләттәрен үҫтереп йәшәүселәр байтаҡ.
Кисәлә шиғриәт донъяһына ғашиҡ булыусы, матурлыҡты күрә белеүсе, яҡты ниәтле, шиғырҙарын баҫма итеп сығарырға йыйынған Быҙаулыҡ ауылынан Ләлә Шәрифйән ҡыҙы Байғужина тыуған төйәгенә, ғаиләһенә, тыуғандарына арналған бер шәлкем шиғырҙарын тәҡдим итте. Уның шиғырҙарында күңел торошон, йәшәйешен, булмышын тойорға була. Ауылдашы, йәш композитор Азат Искужин Ләлә Байгужинаның тыуған-ере Йәнтеш ауылына арналған шиғырына көй яҙып ауылдаштарын ҡыуандырған. Ләлә Шәрифйән ҡыҙы: “Миңә шиғыр яҙыу донъя ауырлыҡтарын еңеп сығырға ярҙам итә”, – тине.
Ижад осҡоно булған һәр кем тыуған яғының матурлығын данлап, уңған кешеләренә мәҙхиәләр, шиғырҙар бағышлаусы һәм ошо ижад емештәрен башҡаларғала еткереүсеБашҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, «Ал да нур сәс халҡына» миҙалына лайыҡ булыусы, сәсәниә Йәнтеш ауылы “Ағинәйҙәр” ҡоро етәксеһе Фәниә Арсланова үҙе яҙған нәсихәттәрен уҡып ишеттерҙе. Яныбыҙҙа ошондай нурлы йөҙлө кешеләр булыуы беҙҙең күңелдәребеҙҙе изгелеккә, шиғри моңға этәрә, әйҙәй.
Мәмбәт ауылынан Вәсимә Рәфҡәт ҡыҙы Солтанованың балалары, юбилейына арнап шиғырҙарын йыйынтыҡ итеп баҫтырыуы тураһында һөйләп, ҡыуанысы менән уртаҡлашты. Зилиә Ҡужабекова, Миңһылыу Әминева, Әлфинә Ультракованың тыуған еренә,ғаиләһенә бағышланған, күңел йылыһы менән һуғарылған шиғырҙары һәр кемдең күңеленә хуш килде.
Башҡортостандың атҡаҙанған мәғәриф хеҙмәте ветерандары Менәүәрә Исхаҡ ҡыҙы Бохарбаева һәм Мәрфуға Хужаәхмәт ҡыҙы Азаматова киләсәктә ижадсы дуҫтарыбыҙға илһамлы ижад шишмәһенең мул һыулы булыуын, камиллыҡҡа ынтылыуҙарын теләнеләр.
Бер-беребеҙҙе байытҡан, күңел ҡылдарын сирткән ошондай осрашыуҙар йышыраҡ булһын тигән өмөт менән таралышты һәүәҫкәр ҡәләм тирбәтеүселәребеҙ.
«Хәйбулланың һәүәҫкәр ҡәләм тирбәтеүселәре» – “Аҫылташ“ ижадиойошмаһы https://vk.com/club121942356