12+
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ
ХӘЙБУЛЛА РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫ ҮҘӘКЛӘШТЕРЕЛГӘН КИТАПХАНАЛАР СИСТЕМАҺЫ МУНИЦИПАЛЬ АВТОНОМЛЫ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ
Муниципальное автономное учреждение
Централизованная библиотечная система
муниципального района Хайбуллинский район
Республики Башкортостан

Әҙәби дәрес «Ябайлыҡта – бөйөклөк»

Үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге 2-се һанлы Аҡъяр урта мәктәбенең 5-се класс уҡыусыларына (башҡорт-теле һәм әҙәбиәт уҡытыусыһы Лилиә Урманова)  Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Сергей Аксаков исемендәге премия лауреаты, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Талха Йомабай улы Ғиниәтуллиндың (урыҫса баҫмаларҙа псеводонимы Анатолий Гениатуллин) тормош юлы һәм ижадына арналған «Ябайлыҡта – бөйөклөк» исемле әҙәби кисә үткәрҙе.

Талха Йомабай улы Ғиниәтуллин Башҡортостандың Учалы районы Ураҙ ауылда донъяға килә. Ауылдаштары һәм йәштәштәре кеүек уға йәшләй үҙ заманының иң ауыр йөктәрен күтәрешергә тура килә, колхоз эше менән шөғөлләнә.1943 йылда әле ун етеһе лә тулып өлгөрмәгән егетте хәрби хеҙмәткә алалар. Оҙаҡламай Талха Ғиниәтуллин фронтҡа барып эләгә һәм һуғыш тамамланғансы ауыр яу юлдарын үтә, бер нисә тапҡыр яралана. 1948 йылда Талха Ғиниәтуллин демобилизацияланып ҡайтҡас, Кавказ яҡтарында тоннель төҙөү эштәрендә ҡатнаша. Унан баш ҡалабыҙ Мәскәүгә килеп, заводта фрезеровщик булып оҙаҡ ҡына йылдар эшләй. Киске мәктәпкә йөрөп, урта белем ала. 1966 йылда Максим Горький исемендәге Әҙәбиәт институтын тамамлай.

Илленсе йылдарҙан бирле Талха Ғиниәтуллин Мәскәүҙә йәшәй, үҙәк гәзит-журналдарҙа хикәйәләрен, повестарын баҫтыра. Рус телендә яҙһа ла, әҫәрҙәре үҙ туған халҡы, Башҡортостаны тураһында, күп кенә әҫәрҙәрендә һуғышта, госпиталдә, һуғыштан һуңғы ваҡыттарҙы бәйән итә. Автор, нигеҙҙә, үҙе кисергәнен, үҙенең башынан үткәндәрҙе яҙа, шуға ла улар ифрат тормошсан, ышандырғыс, хис-тойғоға, бала саҡ, йәшлек кисерештәренә бай. Еңел уҡылһа ла, Талха Ғиниәтуллин прозаһы ҡатмарлы, күп ҡатлы, күп ҡырлы. Уның әҫәрҙәре йыш ҡына тормоштоң ҡараңғы яҡтарын яҡтыртыусан ваҡиғалар хаҡында һөйләй һәм күбеһе автобиографик  характерында.

Китапхана хеҙмәткәрҙәре  «Тыуған тупһа янында» китабына ингән «Мәтрүшкә еҫе», «Әсә һәм бала» хикәйәләренең йөкмәткеһе менән таныштырғас, уҡыусылар менән «Бала ҡәҙерен әсә белер» темаһына йәнле фекер алышыу үтте. Шулай уҡ, Талха Ғиниәтуллиндың «Миҙал» хикәйәһе буйынса төшөрөлгән (режиссеры Әнүәр Нурмөхәмәтов) кинофильм күрһәтелде. Уҡыусылар фильмды ҡарағандан һуң Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында үҙҙәрен аямаған, беҙгә тыныс тормош яулаған атай-олатайҙарыбыҙҙың яҡты иҫтәлегенә битараф түгеллеген, уларҙың батырлыҡтарын онотмауын белдереп үттеләр.

Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Талха Йомабай улы Ғиниәтуллин  әҫәрҙәре аша үҙенең ябай халҡын бөйөклөккә күтәрә, яуыз һуғыштан алынған тән яралары уларҙы һындырмай, ҡатмарлы тормошта юғалып ҡалмай йәшәү көсө тапҡан ябай хеҙмәт эйәләренә рух сәләмәтлеге аша яратып һүрәтләй. Яҙыусының китаптарын һәр быуыныбыҙ яратып уҡыһын һәм милләтебеҙҙең үҙенә генә хас рух ныҡлығы, ябайлыҡ һәм бөйөклөк орлоҡтары киләсәк быуындарҙы рухлы, тырыш, маҡсатлы булырға өйрәтһен.

Рәмилә Файзуллина, башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге мөдире.

Фото: Гөлнара Сыңғыҙова, үҙәк район китапханаһының китап уҡыусыларҙы хеҙмәтләндереү бүлеге мөдире.