12+
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ
ХӘЙБУЛЛА РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫ ҮҘӘКЛӘШТЕРЕЛГӘН КИТАПХАНАЛАР СИСТЕМАҺЫ МУНИЦИПАЛЬ АВТОНОМЛЫ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ
Муниципальное автономное учреждение
Централизованная библиотечная система
муниципального района Хайбуллинский район
Республики Башкортостан

Моңдан яралған ижад

 

 

Районыбыҙҙың сағыу, төрлө миҙгеләрҙә лә үҙенең сихри көсө, хозур тәбиғәте менән әйҙәп торған Йәнтешауылы телгә маһир, йор һүҙле, талантлы шәхестәре менән дан тотҡан төйәк. Ошо кендек киҫкән ерҙән, ҡырлас тауҙарынан, саф һыулы Һаҡмар йылғаһынан рухи көс алған ир уҙаманы, һәүәҫкәр шағирНасип Мосип улы Һаҡмаров тап шундайҙарҙан.Ошо көндәрҙә Йәнтеш ауылы китапханасыһы Расих Әхмәтовуның ижадына арнап«Моңдан яралған ижад» исемле шиғриәт кисәһе ойошторҙо. Был осрашыуҙа Хәйбулла районының һәүәҫкәр ҡәләм тирбәтеүселәренең «Аҫылташ» ижади ойошмаһы ла ҡатнашты.

Күркәм кисә район мәҙәниәт йорто аккомпаниаторы, республика конкурстары лауреаты Гөлфиә Хәләфетдинова башҡарыуында Насип Һаҡмаровтың «Әссәләмүғәләйкүм» шиғырына, Дамир Султановтың көйөнә ижад ителгән йыр менән башланып китте. Насип Мосип улы үҙенең тормош юлы, ғаиләһе менән таныштырҙы, ул мәктәп йылдарынан уҡ әҙәбиәт менән мауыға, шиғырҙары ваҡытлы матбуғат биттәрендә йыш ҡына баҫылып тора. Ошо арала үҙешмәкәр яҙыусының Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте әҙерләгән «Һуң түгелдер…» исемле шиғырҙар йыйынтығы донъя күрәсәк. Насип Һаҡмаров хистәргә бай, моң менән һуғарылған, заман заңына ауаздаш булған, мәленә тура килтереп тос әйтелгән шиғырҙарын уҡып, моңло тауышы менән йырлап ебәргәс, бөтәбеҙ ҙә илһам тулҡынында әйләндек. Улы Салауатта үҙе яҙған «Атайыма» шиғырын уҡып, сараға мәртәбә өҫтәне. Насип Мосип улының әсәһе Зәйнәб Әхтәм ҡыҙы Һаҡмарова улының бала-саҡ хәтирәләре менән уртаҡлашты «Ғаиләлә ҡыҙ баланан һуң донъяға килгән берҙән бер малай, олатаһы «Аллаһ биргән бала» тигән мәғәнәгә эйә исемде Насибулла тип ҡушты. Хоҙай изге теләктәремде насип итте, улымдың донъяһы етеш, ғаиләһенән уңды, яҙмышынан ҡәнәғәтмен», – ти изге күңелле әсә.

Ижади байрам барышында Сибай ҡалаһы гимназия-интернатының 6-сы класында уҡып йөрөусе, Йәнтеш һылыуы Наҙгөл Мөхәмәтйәрова «Мөғжизә көткәндә» исемле китабынан наҙ менән һуғарылған шиғырҙарын уҡыны. Сәсәниә, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, «Ал да нур сәс халҡыңа» миҙалына лайыҡ булыусы, «Ағинәйҙәр» ҡоро етәксеһе Фәниә Сәлихйән ҡыҙы Арыҫланова ауылының тарихына арнап яҙған «Йәнтешем» мөнәжәте бөтәһенең күңеленә хуш килде. Яҡшылыҡҡа, күңел паклығына әйҙәгән «Иман йорто», «Ап-аҡ ағинәй» шиғырҙары, ауылдаштарына арнап яҙылған тапҡырлыҡ, тәрән ихтирам менән һуғарылған йомаҡтары һәр быуындың күңеленә үтеп инде. Ихлас, йәнле аралашыуға Насип Һаҡмаровтың башҡа яҡташтары ла ҡушылды, кемдер шиғырҙарын уҡыны, ҡайһылары ир уҙаманына иң изге теләктәрен еткерҙе. Ижади осрашыу авторҙың шиғырҙарына Азат Искужин көйҙәренә ижад ителгән«Ай ҡыҙы», «Йомабай Иҫәнбаев» исемле йырҙар менән үрелеп барҙы. «Аҫылташ» ижади ойошмаһының һәүәҫкәр яҙыусылары Зилиә Кужабекова, Ләлә Байғужина, Миңһылыу Әминева, Алһыу Кәипова, Әлфинә Ультракова, Кәбирә Таулыҡаевалар йәнле әңгәмәгә ҡушылып, күстәнәскә алып килгән тәрән мәғәнәле, рухлы шиғырҙары менән таныштырып, фекер алышты.

Мәргән һүҙле, үткер ҡәләмле Насип Һаҡмаров яҡташтары менән ихлас аралашты, тамашасылар кинәйә менән яҙылған һәр шиғырын йотлоғоп тыңланы, дәррәү алҡыштары менән уға булған оло хөрмәтен күрһәтеп, ошондай осрашыу кисәләренә йышыраҡ ҡайтыуын теләнеләр.

Лира Такалова, үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡт өйрәнеү бүлеге китапханасыһы.