12+
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ
ХӘЙБУЛЛА РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫ ҮҘӘКЛӘШТЕРЕЛГӘН КИТАПХАНАЛАР СИСТЕМАҺЫ МУНИЦИПАЛЬ АВТОНОМЛЫ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ
Муниципальное автономное учреждение
Централизованная библиотечная система
муниципального района Хайбуллинский район
Республики Башкортостан

Әҙәби кисә «Ижадында – эйәрле-йүгәнле ат…»

 

Үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге 1-се һанлы Аҡъяр урта мәктәбенең 10-сы класс уҡыусыларына билдәле яҙыусы, тәржемәсе һәм журналист Рәсүл Хәсән улы Сәғитовтың тормош юлына һәм ижадына арналған «Ижадында – эйәрле-йүгәнле ат…» исемле әҙәби кисә үткәрҙе. Рәсүл Сәғитов – Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы лауреаты, Журналистар, Яҙыусылар союздары, Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы ағзаһы. «Юлдаш» радиоһының ижтимағи-сәйәси тапшырыуҙар бүлеге етәксеһе, тура эфирҙа тапшырыуҙар алып бара.

Башҡортостаныбыҙҙың хозур тәбиғәтле Бөрйән районында тыуып-үҫкән башҡорт уҙаманы радиотапшырыуҙары, китаптары аша халҡына һүҙ ҡәҙерен, уның бәҫен һәм тәмен белергә, туған телебеҙҙе ҙурларға өйрәтә. Ете китап баҫтырырға өлгәшкән Рәсүл Сәғитов уҡыусыларына ҡарата талапсанлығы, ныҡышмалылығы менән айырылып тора. Әҙәби әҫәрҙәре заманыбыҙҙың төрлө күренештәрен, тормоштоң сетерекле яҡтарын, кешеләр араһындағы үҙенсәлекле, ҡатмарлы мөнәсәбәттәрҙе геройҙары аша күрһәтеп, йәшәйешебеҙгә өр-яңы күҙлектән бағырға ярҙам итә.

Китапхана хеҙмәткәрҙәре «Имен-аман тороғоҙ!» әҙәби-документаль китабына төплө туҡталып,  яҙыусының нисек итеп урау юлдар аша төп һөнәрен табыуы һәм ошо йүнәлештә бөгөнгәсә йөҙөп эшләп йөрөүе хаҡында һөйләнеләр. Уҡыусылар был китаптың журналист, радиожурналист  һөнәре менән шөғөлләнә башлағандарға һәйбәт уҡыу әсбәбе икәнен белгәс,  уны уҡып сығыу теләген белдерҙеләр. Әҙәби кисәлә «Хәйерле иртә, Республика!» видеояҙмаһынан Рәсүл Сәғитов менән ойошторолған әңгәмәнән  өҙөк күрһәтелде. Яҙыусы унда 2017 йылда баҫылып сыҡҡан «Словом красен человек» исемле йыйынтығы менән таныштырып үтә. Китаптың беренсе бүлегендә ижтимағи-сәйәси буйынса мәҡәләләре, радиотапшырыуҙарҙан өҙөктәре, икенсе өлөшөндә журналистика тураһында фекерҙәре, хикмәтле хикәйәләре тупланған. Китаптың атамаһына ярашлы һәр-бер өлөшө «Кеше һүҙе менән күркәм», тигәнде раҫлай. Автор әйтеүенсә, әйткән һүҙең менән бөйөк эштәргә өндәп була, бай телмәрең менән ҙур вазифалар яуларға була. Шуға күрә Рәсүл Сәғитов һүҙҙе данлап уға ҡарата Ғәли Йәнәптәре тип өндәшә, ололап ҙур хәрефтәр менән яҙа. Яҙыусының аҙаҡҡы сыҡҡан «Алтындан алдын мәсьәлә» исемле китабы ла быға дәлил булып тора. Халҡыбыҙҙың быуаттар буйына бөртөкләп йыйылған бай телмәребеҙ юғалмаҫҡа тейеш, йәш быуындың әйтер һүҙе, телмәре  күркәм булһын, бай, иркен, ипле һөйләшеүе аша бөтә тарафтарҙа ла хөрмәтле буласағын китаптары аша раҫлай  замандашыбыҙ. Уҡыусылар Рәсүл Сәғитов ижады менән танышҡандан һуң телебеҙҙең баһалап бөткөһөҙ бөйөк хазина икәненә инандылар һәм телебеҙҙең күркәмлеген тойор өсөн уның китаптарын уҡып сығырға кәрәклеген бурыс итеп ҡуйҙылар. Әҙәби кисә аҙағында китапхана хеҙмәткәрҙәре тарафынан әҙерләнгән «Тыңғыһыҙ ижадсы» исемле буклеттар таратылды.

 

Лира Такалова, үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге китапханасыһы.

Фото: Рәмилә Файзуллина үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге мөдире.