12+
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ
ХӘЙБУЛЛА РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫ ҮҘӘКЛӘШТЕРЕЛГӘН КИТАПХАНАЛАР СИСТЕМАҺЫ МУНИЦИПАЛЬ АВТОНОМЛЫ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ
Муниципальное автономное учреждение
Централизованная библиотечная система
муниципального района Хайбуллинский район
Республики Башкортостан

Үҙәктә – ҡатын-ҡыҙ яҙмышы

Үҙәктә – ҡатын-ҡыҙ яҙмышы

Үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге, китапхана янында ойошторолған «Ағинәйҙәр» клубына   Халыҡ-ара ҡатын ҡыҙҙар көнөнә арналған «Үҙәктә – ҡатын-ҡыҙ яҙмышы» исемле әҙәби кисә үткәрҙе.

Ҡатын-ҡыҙ ул тулы бер донъя, уның күңеленә мөхәббәт тә, матурлыҡ та, йомшаҡлыҡ та, сабырлыҡ та, иң көслө әсәлек хистәре лә, ғаилә усағы йылыһы ла һыйған. Ул һәр ваҡыт эш менән мәшғүл – балалар үҫтерә, йорт эштәрен башҡара,  өҫтәүенә  карьера яһай. Мәғариф, ижад, сәйәсәт, сәнғәт, мәҙәниәт өлкәһендә, йәмәғәт тормошонда тырышып эшләүсе ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ йылдан-йыл арта. Һәр ҡайһыһында улар һөнәрилек, эшлеклелек, яуаплылыҡ күрһәтә, ниндәй генә өлкәне алма, бөтәһендә лә ғорурланырлыҡ, өлгө итеп ҡуйырлыҡ ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ бихисап.

Әҙәби кисәбеҙ шундай ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың береһе, данлыҡлы династия вәкиле, Мәжит Ғәфури исемендәге башҡорт дәүләт академия драма театрының йөҙөк ҡашы булған Гөлли Арыҫлан ҡыҙы Мөбәрәковаға арналды.

СССР-ҙың, РСФСР-ҙың һәм Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы, Салауат Юлаев, Почет һәм Халыҡтар дуҫлығы ордендары кавалеры, Башҡортостандың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Өфө ҡалаһының почетлы гражданы Гөлли Арыҫлан ҡыҙы Мөбәрәкова Өфөлә милли сәхнәнең мәшһүр артистары – Башҡортостанда театр сәнғәтенә нигеҙ һалған Арыҫлан Мөбәрәков менән Рәғиҙә Янбулатованың ғаиләһендә тыуған. Мәшһүр актриса театрҙа һәм кинола тиҫтәләгән ҡабатланмаҫ образдар тыуҙыра. Башҡортостандағы төп милли театр сәхнәһендә ул башҡорт, рус һәм сит ил авторҙары пьесаларында йөҙгә яҡын сағыу ролдәр башҡара. Өфө дәүләт сәнғәт институты педагогы, режиссура һәм актер оҫталығы кафедраһы профессоры булараҡ, Гөлли Арыҫлан ҡыҙы ярты быуатлыҡ хеҙмәт эшмәкәрлеген йәш таланттар тәрбиәләүгә өлгәшә.

Китапхана хеҙмәткәрҙәре бөйөк актрисаның тормош юлы һәм ижады менән төплө таныштырҙы. Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим драмаһы буйынса төшөрөлгән «Ай тотолған төндә» фильмынан һәм Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Флорид Бүләковтың «Эх, күгәрсенкәйҙәрем» спектакленән өҙөктәр күрһәтелде. Фильмдағы Тәңкәбикә роле менән Гөлли Арыҫлан ҡыҙы уңыш ҡаҙана, актриса булараҡ ижади оҫталығын асыу бәхетенә ирешә.

Сара барышында  Рәйсә Фәхриева, Менәүәрә Бохарбаева, Ләлә Баймырҙина  актрисаға бәйләнгән хәтирәләре менән уртаҡлаштылар.

Башҡорт әҙәбиәтен, яҙыусыларын данлаған, уларҙың ижадын сәхнә тормошо аша тулы кимәлдә асып биргән Гөлли Арыҫлан ҡыҙы Мөбәрәкова халҡыбыҙ өсөн ҙур ғорурлыҡ. Күренекле шәхес, һоҡланғыс сәхнә йондоҙо, милләтебеҙҙең йөҙөк ҡашына тиң ошондай данлыҡлы ил инәһе мәңгелеккә беҙҙең хәтерҙә ҡаласаҡ.

 

Рәмилә Файзуллина, үҙәк район китапхананһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге мөдире.

Фото: Илюзә Кәримова башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге китапханасыһы.