12+
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ
ХӘЙБУЛЛА РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫ ҮҘӘКЛӘШТЕРЕЛГӘН КИТАПХАНАЛАР СИСТЕМАҺЫ МУНИЦИПАЛЬ АВТОНОМЛЫ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ
Муниципальное автономное учреждение
Централизованная библиотечная система
муниципального района Хайбуллинский район
Республики Башкортостан

Һөнәрле ҡулда бәрәкәт бар

Үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге 1-се һанлы Аҡъяр урта мәктәбенең 7 класс уҡыусылары өсөн  «Һөнәрле ҡулда бәрәкәт бар» исемле оҫталыҡ дәресе үткәрҙе. Сараның маҡсаты уҡыусыларҙа тәбиғи гүзәллеккә, матурлыҡҡа һоҡланыу тойғоһо уятыу, күңел байлығын, зауығын үҫтереү, эшкә һөйөү, ихтирам тәрбиәләү.

Оҫталыҡ дәресенә ҡул эштәренә маһир, үҙенең күңеленә ятҡан шөғөлөн табыусы Юлиә Юлдаш ҡыҙы Зәйнәғәбдинова саҡырылды. Уның шөғөлө бик үҙенсәлекле – өй шарттарында һабын ҡайнатыу менән мауыға. Өйҙә һабын әҙерләү – үтә мауыҡтырғыс һәм ижади процесс, тип иҫәпләй ул.

«Һабынды ике төрлө ысул менән яһарға – майҙарҙы һелте ярҙамында йыуып, барыһын да тик үҙеңә яһап алырға мөмкин йәки әҙер сеймалды – һабын нигеҙен (мыльная основа) һатып алырға була.  Һабын нигеҙен һатҡан махсус магазиндар бар, улар килограмлап һатыла. Үҙемә күпме кәрәк, мәҫәлән, 100 грамм ҡырҡып алам һәм иретәм – бының өсөн һабынлы һауытты микротулҡынлы мейестә йәки парҙа тоторға кәрәк, ҡайнатырға ярамай. Унан нигеҙ итеп һайланған майҙы ҡушаһың, быға виноград төшө, зәйтүн, сәй ағасы һәм башҡа майҙарҙың береһен һайлайым. Уларҙың һәр береһе ниндәйҙер файҙа килтерә – тәнде йомшарта, йәшәртә, кислородҡа байыта, ҡан әйләнешен яҡ­шырта. Артабан эфир майы тамыҙам – бында ла рәхәтләнеп һайланырға була – абрикос, ваниль, роза, әфлисун – ниндәй еҫ теләйһең, шуны ҡушаһың, ассортимент бик бай. Төҫө менән дә шулай уҡ, бының өсөн инде аш-һыу өсөн тәғәйенләнгән буяуҙарҙы һатып алырға кәрәк. Диңгеҙ тоҙо, һоло киҫәксәләре, кофе орлоғо ҡушылһа, скраб, пилинг булып тора. Шыйыҡ көйөнсә теләгән формаға ҡойоп, ҡатырырға ултыртам. Бер самаһы  ваҡыт торғандан һуң эксклюзив һабын әҙер. Үҙ ҡулың менән яһаған продукт гипоаллерген, химик матдәләрһеҙ, уны ҡурҡмай ҡулланырға була, бер ниндәй ҙә аллергия тыуҙырмаясаҡ, сәләмәтлек өсөн файҙалы. Дарыу үләндәрен ҡушып яһарға мөмкин», – тип һөйләп, иҫ китмәле матур һабын ҡайнатып та күрһәтте. Һабын ҡайнатыуҙың һис тә ауырлығы юҡ икәненә төшөнгәс, ҡыҙҙар үҙҙәренә оҡшаған төрлө формалар, еҫтәр, төҫтәр һайлап, дәртләнеп ижади эшкә тотондо.

Хуш еҫле йәйғор төҫөндәге һабындар кәйефте күтәрә, иң мөһиме, бар күңелде биреп, оло ихласлыҡ менән башҡарырға кәрәк. Оҫталыҡ дәресенән бөтәһе лә әйтеп аңлатҡыһыҙ рухи ҡәнәғәтләнеү алды,  ә уны яһау процесы – үҙе бер сәнғәт.

Рәмилә Файзуллина, үҙәк район китапхананһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге мөдире.

Фото: Лира Такалова, башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге китапханасыһы.