12+
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ
ХӘЙБУЛЛА РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫ ҮҘӘКЛӘШТЕРЕЛГӘН КИТАПХАНАЛАР СИСТЕМАҺЫ МУНИЦИПАЛЬ АВТОНОМЛЫ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ
Муниципальное автономное учреждение
Централизованная библиотечная система
муниципального района Хайбуллинский район
Республики Башкортостан

Яңы йылда яңы уңыштар

Үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге хеҙмәткәрҙәре әүҙем китап уҡыусыларға, “Ағинәйҙәр” һәм “Юшан” халыҡ ансамбле коллективына «Яңы йылда яңы уңыштар» исемле музыкаль кисә үткәрҙе.

Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу эт йылына йомғаҡ яһап, етеп килгән ҡабан йылының мул, бәрәкәтле, уңышлы булыуын теләнеләр. Мәсекәй әбей һәм шайтан  ойошторған ҡыҙыҡлы уйындар, ижади бәйгеләр, дәртле бейеүҙәр һәм йырҙар  барыһынала  Яңы йыл  кәйефе өҫтәне.

Ҡабан  йылы тик ҡояшлы көндәр, шатлыҡ-ҡыуаныстар алып килһен, илебеҙ татыулыҡта йәшәһен, киләсәк тормошобоҙ  имен булһын!