Муниципальное автономное учреждение Централизованная библиотечная система муниципального района Хайбуллинский район
Республики Башкортостан

Ҡәләмендә ҡөҙрәте

Үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлегендә һәүәҫкәр  ҡәләм тирбәтеүсе Фәриғә Ғаззали ҡыҙы Күсәкованың ижадына арналған “Ҡәләмендә ҡөҙрәте” исемле әҙәби ҡунаҡхана ойошторолдо.

Ҡырлас тауҙар араһына, Таналыҡ йылғаһының тынлығына һыйынып ултырған Таштуғай ауылында тыуып үҫкән Фәриғә Ғаззали ҡыҙы  ихлас һәм тәбиғи ижады менән  беҙҙе ҡыуандырып тора.  Уның “Әле йәшәйем әле”, “Тағы килер яҙҙар” тигән шиғырҙар китабы һәм “Атайым тураһында иҫтәлектәр” йыйынтығы донъя күрҙе. Халыҡсан тел, күңел сафлығы менән яҙылған “Зөлхизә”, “Тәүбә”, “Тыуған көн”  хикәйәләре матбуғат биттәрендә баҫылып уҡыусыларыбыҙ аша ифрат йылы ҡабул ителде.

Фәриғә Күсәкова үҙенең ижадына бағышлаған “Илһамлы ижад” исемле күргәҙмәгә таянып баҫыуға әҙерләгән “Ғүмерем миҙгелдәре” исемле йыйынтығы менән таныштырып, шиғырҙарын,  әле бер ҡайҙа ла баҫтырылмаған “Ювелир Сәғит”, “Серле осрашыу” хикәйәләренән өҙөк уҡып ишеттерҙе.

“Шиғриәтем – күңел аҙығым. Йөрәгемдән урғылып сыҡҡан һағыштарымды, аҡ бәхеттәремде, илаһи мәлдәремде аҡ ҡағыҙға төшөрәм дә, уҡыусыларыма бүләк итәм. Кемгәлер ижадым оҡшай икән был минең өсөн иң ҙур бүләк. Шиғырҙарыма Азат Искужин, Рәсимә Динисламова, Гөлфиә Хәләфетдинова, Шәүрә Ғәббәсовалар  йырҙар ижад итеп халыҡҡа еткереүе минең өсөн оло ҡыуаныс. Абруйлы яҡташ яҙыусыларыбыҙ Ҡәҙим Аралбай, Фәрзәнә Аҡбулатова әҙәбиәт йылында   “Өлгөрөп еткән яҙыусы” тип бик йылы һүҙҙәр әйтеп яҙыусылар союзына инергә тәҡдим яһауы, мәртәбәле яҙыусыларҙың ихтибары илһамланып ижад итеүгә ҡанат ҡуйҙы. Ә инде яҙыусы Әхмәр Үтәбай Таштуғай ауылына килеп ижадыма оло баһа биреүе минең өсөн көтөлмәгән  бүләк булды”, – тигән  тәьҫораттары  менән бүлеште Фәриғә Ғаззали ҡыҙы Күсәкова.

Һәүәҫкәр яҙыусы,  СССР-ҙың журналистар союзы ағзаһы Урал Илембәтов, мәғариф хеҙмәте  ветераны Айҙар Ҡоҙабаевтар ҙа Фәриғә Күсәкованың ижадына битараф булмауҙары, күңелдәрҙе имләүсе, шиғриәткә һөйөү уятыусы әҙибә тип һоҡланыуҙарын белдерҙеләр.

Эйе, аҡлы-ҡаралы донъяны нисек бар, шулай ҡабул ҡылып, терелектең тын алышын тойған, һәр изге нәмәгә яратып, матурлыҡҡа һоҡланып, үҙ төйәгенә, уның кешеләренә һөйөп баҡҡан эскерһеҙ, ихлас һәм оло йөрәкле хоҙай бәндәләре генә, һис шикһеҙ, тормошта бәхет, һүҙ тылсымының асылын аңлап-төшөнөп йәшәйҙер ул. Ихласлыҡтың, эскеһеҙлектең ләззәтен тойған, уны башҡалар менән бүлешкән әҙибәбеҙ Фәриғә Ғаззали ҡыҙы Күсәкова тап шундайҙарҙан.

Китапхана янында “Аҫылташ”  ижади берекмәһе ойошторолғас, шиғыр һөйөүселәр менән күҙгә-күҙ осрашып,  ижади емештәре менән уртаҡлашып, әҙәби  кисә үткәреү файҙалы һәм фәһемле матур бер йолаға әүерелде. Берекмәгә килгән ҡәләм тирбәтеүсебеҙ Ләлә Байғужина ла  “шиғри күстәнәстәр”енән ауыҙ иттереп сараға йәм өҫтәне.

Осрашыуҙа ҡатнашыусылар киләсәктә лә ижад юлында уңыштарға ирешергә, нәтижәле  эшләргә, матур башланғысыбыҙ һүнеп ҡалмаһын, дауам ителһен тигән теләктә таралыштылар.

 

Китапхана хеҙмәткәре Лира Такалова