12+
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ
ХӘЙБУЛЛА РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫ ҮҘӘКЛӘШТЕРЕЛГӘН КИТАПХАНАЛАР СИСТЕМАҺЫ МУНИЦИПАЛЬ АВТОНОМЛЫ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ
Муниципальное автономное учреждение
Централизованная библиотечная система
муниципального района Хайбуллинский район
Республики Башкортостан

“Ҡышҡылыҡҡа йәй тәме “

Үҙәк район китапханаһының башҡорт –әҙәбиәте һәм тыуған- яҡты өйрәнеү бүлегендә “Ағинәйҙәр” һәм китап уҡыусылар өсөн “Ҡышҡылыҡҡа йәй тәме“- тип аталған сара үткәрелде.
Районыбыҙ тәбиғәтенең байлығына хайран ҡалырһың. Ниндәй генә файҙалы үләндәр, емеш-еләк үҫмәй!
Үткәрелгән сараны беҙ йәш быуынды боронғо кәсептәр менән таныштырыу, экологик яҡтан таҙа ризыҡтар әҙерләүгә ылыҡтырыу маҡсатында ойошторҙоҡ.
Китапхана хеҙмәткәре ваҡытлыса матбуғат “Киске Өфө”, “Йәшлек”- газеталарынан, “Башҡортостан ҡыҙы”- журналынан файҙалы, емеш –еләкте шәрбәтһеҙ, кеше һаулығына зыянһыҙ әҙерләнә торған белешмәләр менән т аныштырҙы.
Ә беҙ экологик яҡтан таҙа, шифалы, төрлө витаминдарға бай емеш- еләктән ҡойолған ҡаҡ ты эшләү серен өйрәнергә, тәмләп ҡарарға тип , Яңы Ергән ауылы ағинәйе, ауылдарында үткәрелгән барлыҡ сараны ла ойошторған иң әүҙем Миңлегәүһәр Сәлих ҡыҙы Рәхмәтованы саҡырҙыҡ. Ә Миңлегәүһәр апай был аш-һыу оҫталығына күптән өйрәнгән.
Ҡаҡ — башҡорт аш-һыуының традицион аҙығы. Башҡорттар ҡаҡты алма, ҡайын еләге, ҡарағат, ҡурай еләге, балан һәм башҡа емештәрҙән әҙерләй.
Ҡатын-ҡыҙҙар шөғөлөнән иң кәрәкле тип табылған иң шифалы, иң дауалы мәңге кәрәкле, үҙенең бәҫен юғалтмаған, шулай уҡ организмға бик тә кәрәкле витаминға бай ҡаҡ ҡойоуҙы Миңлегәүһәр апай бик тә үҙенсәлекле итеп эшләп күрһәтте, бер нисә төр ҡаҡтан ауыҙ иттерҙе.
Ә Менәүәрә Бохарбаева үҙ тәжрибәһе менән уртаҡлашты һәм шифаһының бик тә кәрәкле икәнен аңлатып үтте.
Миңлегәүһәр апай шулай уҡ һөт аҙығынан эшләнгән ризыҡтарынан торған күргәҙмә ойоштороп, башҡорт халыҡ эсемлеге буҙанан, балдан ауыҙ иттерҙе.
Китапхана хеҙмәткәре Рәмилә Фәйзуллина “Данлы башҡорт балы” тип исемләнгән китап күргәҙмәһенән ҡарабойҙай, йүкә, сәскә, клевер, солоҡ балының сәләмәтлеккә сихәте тураһында, бөгөнгө көндә ныҡ үҫешкән шөғөл менән таныштырҙы.
Һәр миҙгелдең үҙ матурлығы, үҙ файҙаһы.
Ошондай уңған, ныҡыш кешеләр ҡулында бит ул тормош, үҙенең сослоғо менән бәрәкәт өҫтәгән Миңлегәүһәр апайға афариндан башҡа ни әйтәһең инде! Тырышҡан табыр, тиҙәр бит.