12+
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ
ХӘЙБУЛЛА РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫ ҮҘӘКЛӘШТЕРЕЛГӘН КИТАПХАНАЛАР СИСТЕМАҺЫ МУНИЦИПАЛЬ АВТОНОМЛЫ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ
Муниципальное автономное учреждение
Централизованная библиотечная система
муниципального района Хайбуллинский район
Республики Башкортостан

“Урманда ҡунаҡта”

Район үҙәк балалар моделле китапханаһында«Урманда ҡунаҡта» исемле экологик дәрес үтте. Район-ара ғаиләгә һәм балаларға социаль ярҙам күрһәтеү үҙәге тәрбиәләнеүселәре, даими уҡыусылар ҡунаҡҡа килде.
Китапхана хеҙмәткәрҙәре балаларҙы урман тормошо һәм йәшәүселәре доньяһы менән таныштырыу маҡсатында сәйәхәткә алып барҙы.Уның барышында имәндәрҙең 400 йыл үҫеүен, телмәрйендәрҙең туңһала үлмәгәндәрен, ағыулы бәшмәктәрҙең зыянлы ғына түгел файҙалы яҡтары ла бар икәнен һәм башҡа күп төрлө кәрәкле белешмәләр ишеттеләр. Сараның аҙағында балалар” Тәбиғәтте таҙа тотайыҡ” китаптар күргәҙмәһенә байҡау яһанылар. Мауыҡтырғыс дәрес бик йәнле үтте: балалар ихлас күңелдән викторина һорауҙарына яуап бирҙеләр, бергәләшеп йомаҡтар систеләр.