12+
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ
ХӘЙБУЛЛА РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫ ҮҘӘКЛӘШТЕРЕЛГӘН КИТАПХАНАЛАР СИСТЕМАҺЫ МУНИЦИПАЛЬ АВТОНОМЛЫ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ
Муниципальное автономное учреждение
Централизованная библиотечная система
муниципального района Хайбуллинский район
Республики Башкортостан

Бар булмышың һинең ихласлыҡ

1-се август көнө райондың тыуған-яҡты өйрәнеү музейында, үҙәк район китапхана хеҙмәткәрҙәре,тыуған-яҡты өйрәнеү ойошмаһы тарафынан, Айҙар Сәйфулла улы Ҡоҙабаевтың 85 – йәшлек юбилейына арналған «Бар булмышың һинең ихласлыҡ» – тип аталған кисә уҙғарылды.

Айҙар Сәйфулла улы бар ғүмерен тынғыһыҙ, күп яҡлы һәм ауыр хеҙмәткә бағышлаған абруйлы, ихтирамға лайыҡ кешеләрҙең береһе. Үҙ эшенә бөтә оҫталығын һалып, йөрәген биреп башҡарған, уҡыусыларҙың һәр көнөн ҡыҙыҡлы һәм файҙалы итеп үткәргән тәжрибәле, юғары катигориялы педагог, «РСФСР- ҙың мәғәриф алдынғыһы». Районыбыҙ аҡһаҡалы, мәғәриф хеҙмәте ветераны, район гәзитенең әүҙем йәмәғәт хәбәрсеһе, тормошоноң ярты быуатын үҙешмәкәр «Таналыҡ» – халыҡ театрына бағышлаған, ғүмерен халҡына, уға бар булмышын биреп хеҙмәт иткән абруйлы хеҙмәт ветераны.

Һикәлтәле ғүмер юлында осраған һынауҙар алдында баш эймәй, лайыҡлы ғүмер кисергән абруйлы ил ағаһының тормошо һәм хеҙмәт юлы күптәргә үрнәк булып тора.

Айҙар Сәйфулла улы Ҡоҙабаев Аҡъяр ауылында тыуып үҫкән. Бала сағы ауыр һуғыш йылдарына тура килеп, шул ваҡыттың барлыҡ ауырлығын үҙ иңендә татый.

Киләсәктә уҡытыусы булыуҙы маҡсат итеп ҡуйған егет Өфө ҡалаһындағы 9- сы мәктәп- интернатына уҡырға бара. Һуңынан Мәсәғүт педагогия училищеһын, Орск педагогия институтын тамамлаған юғары белемле йәш белгес тыуған районына эшкә ҡайта. Бурибай ете йыллыҡ мәктәбендә рус теле һәм әҙәбиәт уҡытыусыһы, Әбеш урта мәктәбендә уҡытыу бүлеге мөдире, РОНО мөдире, инспектор, Аҡъяр урта мәктәбендә директорҙың тәрбиәүи эштәр буйынса урынбаҫары, мәктәптәрҙә хәрби әҙерлек буйынса дәрестәр тергеҙелгәс, мәктәптең хәрби етәксеһе итеп тәғәйенләйҙәр, хаҡлы ялға сыҡҡансы 110-сы һөнәрселек училищеһында тәрбиәсе- уҡытыусы булып эшләй.

Бер ҡасан да тынғылыҡ белмәгән Айҙар Сәйфулла улы Ҡоҙабаев хаҡлы ялға сыҡҡас та әүҙем тормош алып бара. Тыуған –төйәк, тыуған ер, кеше шәхесенә ҙур йоғонто яһай.

Һәр бер ауыл үҙенең шәхестәре менән данлы.Уларҙың һәр ҡайһыһы намыҫлы хеҙмәте, яулаған үрҙәре, килтергән уңыштары менән үҙ төйәген данлай.

Айҙар Сәйфулла улы тормошоноң 60 йылын үҙешмәкәр театрға бағышлай, Акъяр ауылы «Таналыҡ» – халыҡ театрының иң тәжрибәле, олпатлы актерҙарының береһе.

Юбилярҙың тыуған яғыбыҙҙың тарихи үткәненә, районыбыҙ менән бәйле хәл- ваҡиғаларға арнап үткәрелгән сараларҙа, әүҙемлеген баһалап, Үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы директоры,тыуған яҡты өйрәнеүселәр ойошмаһы председателе Аксана Хәлим ҡыҙы Сынбулатова исеменән – тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге мөдире Рәмилә Зәкир ҡыҙы Фәйзуллина, райондың тыуған яҡты өйрәнеү музейы мөдире Рәзилә Байғускарова иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙылар.Район мәҙәниәтен күтәреүҙә тос өлөш индергәне өсөн, мәҙәниәт бүлегенән Нәзифә Ҡыҙрасова, «Таналыҡ» – халыҡ театры исеменә Лютциә Ильясова оло рәхмәттәрен белдерҙеләр.

Айҙар Сәйфулла улын заманында бергә эшләгән хеҙмәттәштәре һәм Өфөләге Рәми Ғәрипов исемендәге мәктәп- интернатында бергә һабаҡ алған хеҙмәт ветерандары Флүрә Аралбаева, Эльвира Бикбова, Рәйсә Фәхриева, Урал Илембәтов, Лютциә Таулыҡаева, Салауат Абдуллин ҡотлап хәтирәләре менән бүлештеләр.

Юбилей кисәһен Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Ильдар Юнусов, мәҙәниәт хеҙмәткәре Филүс Ҡыҙрасов ҡурай моңо, йыр менән биҙәнеләр.

Тыуған еренә тоғро ҡалып, бар ғүмерен ошо ергә бағышлап, хәтирәләргә бай ғүмер һәм хеҙмәт юлын үткән оло шәхестең хеҙмәтен халыҡ юғары баһалай һәм хөрмәт итә.