12+
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ
ХӘЙБУЛЛА РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫ ҮҘӘКЛӘШТЕРЕЛГӘН КИТАПХАНАЛАР СИСТЕМАҺЫ МУНИЦИПАЛЬ АВТОНОМЛЫ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ
Муниципальное автономное учреждение
Централизованная библиотечная система
муниципального района Хайбуллинский район
Республики Башкортостан

“Һуғыш ҡупмаһын, хәтерҙән сыҡмаһын”

Үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған-яҡты өйрәнеү бүлеге 2-се һанлы Аҡъяр мәктәбенең 8 һәм 10 класс уҡыусылары өсөн Бөйөк Ватан һуғышына арналған “Һуғыш ҡупмаһын, хәтерҙән сыҡмаһын” тип аталған хәтер кисәһе үткәрҙе.
Тарих – ул халыҡ яҙмыштары төйөнө, заманалар һағышы. Яҡтылыҡ менән ҡаранғылыҡ, аң менән томанлыҡ, яҡшы менән яман көрәше.
Бөйөк Ватан һуғышы – оло тарихи ваҡиға. Тарихлы халыҡ – бәхетле халыҡ. Ул тарихи үткәнен һаҡлаусы, ирек, бәхет өсөн көрәшеүсе улдарын ололауы, онотмауы менән бәхетле.
Һуғыш! Биш кенә хәрефтән торған был һүҙҙә мәңге уңалмаҫ ер яраһы, күңел яраһы, ватылған-емерелгән яҙмыш, өҙөлгән ғүмер, яралы мөхәббәт, йәтимлек ята.
Бөйөк Ватан һуғышына арнап күренекле яҙыусыларыбыҙ бик күп әҫәрҙәр, шиғырҙар, поэмалар ижад итте. Китапханасылар шуларҙың береһе Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы Талха Ғиниәтуллиндың (русса псевдонимы Анатолий Генатулин) ижады менән таныштырып үтте.
Талха Ғиниәтуллин күп кенә әҫәрҙәрендә һуғышта, госпиталдә, һуғыштан һуңғы ваҡиғалар хаҡында һөйләй һәм күбеһе автобиографик характерында. Автор, нигеҙҙә, үҙе кисергәнен, үҙенең башынан үткәндәрҙе яҙа, шуға ла улар ифрат тормошсан, ышандырғыс, хис-тойғоға, бала саҡ, йәшлек кисерештәренә бай. Еңел уҡылһа ла, Талха Ғиниәтуллин прозаһы ҡатмарлы, күп ҡатлы, күп ҡырлы. Уның әҫәрҙәре йыш ҡына тормоштоң ҡараңғы яҡтарын яҡтыртыусан.
Китапхана хеҙмәткәрҙәре «Тыуған тупһа янында», «Тау артында ниҙәр» китабындағы хикәйәләрҙең ҡыҫҡаса йөкмәткеһен һөйләп уҡыусыларҙа Талха Ғиниәтуллиндың ижадына ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятты. Яҙыусының һәр әҫәрендә һуғыш шарттарында тере ҡалыу мөмкинлеге — бер-беренә булған мөхәббәт хисе, киләсәккә өмөт менән ҡарау, йәшәүгә ынтылыш сағылыш таба.
Лира Такалова «Әсә һәм бала» хикәйәһенән монолог һөйләп, әсәйҙәргә ҡарата изгелекле, мәрхәмәтле булырға өндәне.
«Ерҙә йәшәгән һәр кемгә лә иң мөһиме – Тыныслыҡ! Тыныс тормоштоң ҡәҙерен белеп, тарихыбыҙҙы онотмай, кәрәк саҡта тыуған илебеҙҙе яҡлап, дөрөҫ юл табып йәшәргә тейешбеҙ» тигән һүҙҙәр менән тамамланды хәтер кисәһе.

Автор: Такалова Л.Х.
Фото: Файзуллина Р.З.