12+
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ
ХӘЙБУЛЛА РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫ ҮҘӘКЛӘШТЕРЕЛГӘН КИТАПХАНАЛАР СИСТЕМАҺЫ МУНИЦИПАЛЬ АВТОНОМЛЫ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ
Муниципальное автономное учреждение
Централизованная библиотечная система
муниципального района Хайбуллинский район
Республики Башкортостан

Хәйбулла районы үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы Бөтә Рәсәй “Библиотөн-2018” акция сиктәрендә «Әҙәбиәт һәм әҙиптәр» викторина һорауҙары тәҡдим итә.

Викторина ҡағиҙәләре:
һорауҙарға яуаптар 2018 йылдың 18 апреленә тиклем krcbs2016@mail.ru электрон адрес буйынса йәки үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлегендә (453800, Хәйбулла районы, Аҡъяр ауылы, Тау аҫты урамы – 69 ) яҙма рәүештә ҡабул ителә.
Викторинала 14 йәштән өлкән уҡыусылар, юғары һәм урта белем биреү уҡыу йорто талиптары һәм өлкәндәр ҡатнаша ала.
Ҡатнашыусылар исем-шәрифтәрен, эшләгән, йәшәгән һәм уҡыу урынын, белешмә өсөн телефондарын яҙыу мотлаҡ.
Викторинаның һөҙөмтәләре һәм еңеүселәрҙе бүләкләү Район мәҙәниәт йортонда “Библиотөн-2018” акция ваҡытында 2018 йылдың 20 апрелендә үткәрелә.
1. Гөлнур Яҡуповнаның “Йыртҡыс ҡаны” повесында ни өсөн Һәҙиә, бала табырға етешкән йәш ҡатын, Асанай ауылына бармай, ә Уҡтау мәмерйәһендә яңғыҙ төпләнә
а. билдәһеҙлектән, кешеләрҙән ҡурҡыу, шикләнеүҙәр һөҙөмтәһендә.
б. ауылға барғанда юлды юғалта.
в. урманда йәшәп күнеккән.

2. Лира Яҡшыбаеваның “Зәйнулла ишан” китабында Зәйнулла ишан, нахаҡҡа ғәйепләнеп, ниндәй төрмәгә ябыла
а. Шлиссельбург төрмәһенә
б. Владимир төрмәһенә.
в. Кострома төрмәһенә.

3. Флүр Ғәлимовтың “Яңы башҡорт” романында әҫәр геройы баҙарҙа йөрөп “Кем комерцияға килә” тигән һорауға ниндәй һығымта яһай
а. аҡсалыраҡ кеше.
б. эшһеҙ кеше.
в. тәүәккәллерәк кеше.

4. Гөлсирә Ғиззәтуллина-Ғайсарованың “Йәннәт һулышы” повесында Дилбәрҙең ғәфү итә белеү, үсләшмәү һыҙаты ҡайҙа, кем ярҙамында нығына
а. инвалид балалар йортонда.
б. төрмәлә.
в. мәсеттә.

5. Зөһрә Ҡотлогилдынаның “Ялан сәскәләре” шиғырҙар йыйынтығы буйынса һорау. Зөһрә Ҡотлогилдина һүҙҙәренә Салауат Незаметдинов яҙған беренсе йырҙы атағыҙ.
а. Күҙҙәремә ҡара.
б. ике йөрәк.
в. Ялан сәскәләре.

6. Зәйнәб Биишева бер шиғырында “мин яратҡан бик күп һөнәрҙәр бар, әммә йөрәгемдең гел түрендә ул бер үҙе” тип яҙа. Шиғырҙа ниндәй һөнәр эйәһе тураһында һүҙ бара?

а. Игенсе
б. Баҫыуҙа
в. Нәфселе

7. Ҡәҙим Аралбайҙың тәүге шиғырҙары нисәнсе йылда, ниндәй гәзиттә донъя күрә
а. 1960 йылда “Хеҙмәт байрағы” гәзитендә
б. 1967 йылда “Ағиҙел” журналында
в. 1963 йылда “Ленинсы” гәзитендә.

8. Айгиз Баймөхәмәтовтың “Ҡалдырма, әсәй!” китабы буйынса ҡуйылған “Хыялға ҡаршы” спектакленең режиссеры кем
а. Олег Ханов
б. Илсур Ҡаҙаҡбаев
в. Рөстәм Хәкимов

9. Зәйнәб Биишеваның “Һәм бына бер саҡ иң бөйөк, баҫалҡы кешене иҫкә алырға тип йыйылып килгән халыҡ, уйламағанда, көршәктә ниндәйҙер үҙгәреш булыуын абайлап алған” тигән өҙөк ҡайһы әҫәрҙәң һәм ниндәй үҙгәреш тураһында һүҙ бара?
а. “Дуҫ булайыҡ” повесынан
б. “Партизан малай”повесынан
в. “Һөнәрсе һәм өйрәнсек” хикәйәһенән

10. Гүзәл Яхинаның “Зөләйха күҙҙәрен аса” романы буйынса ҡуйылған спектаклдә Зөләйха ролен башҡарыусы:
а. Илгиза Ғилманова
б. Сара Буранбаева
в. Алһыу Бәхтиева