12+
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ
ХӘЙБУЛЛА РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫ ҮҘӘКЛӘШТЕРЕЛГӘН КИТАПХАНАЛАР СИСТЕМАҺЫ МУНИЦИПАЛЬ АВТОНОМЛЫ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ
Муниципальное автономное учреждение
Централизованная библиотечная система
муниципального района Хайбуллинский район
Республики Башкортостан

Эсегеҙ буҙа – белмәҫһегеҙ ыҙа!

Үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге китапхананың әүҙем уҡыусыларына һәм “Ағинәйҙәр” өсөн һаулыҡ көнөнә арналған «Эсегеҙ буҙа – белмәҫһегеҙ ыҙа!» тип аталған кисә уҙғарҙы.

Тарихтан билдәле булыуынса, башҡорттар үҙ ирке менән Рәсәй дәүләтенә ҡушылғас, йәннәткә тиң ерҙәребеҙҙә күпләп араҡы шарап заводтары төҙөлә. Буҙаһы, һитә балы, ҡымыҙы, айраны менән көн күргән халыҡты ят эсемлектәргә күндереү төрлө саралар аша нисек тә тормошҡа ашырыла.

Бәхеткә күрә, халҡыбыҙ араҡының ни тиклем аң-аҡылды томалағанын аңлап, үҙебеҙҙең хәләл ризыҡтарыбыҙға йөҙө менән боролоуы бик шат күренеш. Алдынғы ҡарашлы зыялыларыбыҙҙың тырышлығы менән халыҡ араһында һаҡланып ҡалған тәбиғи милли эсемлектәребеҙҙе әҙерләү серҙәре, йолалары тергеҙелде.

Буҙа – халҡыбыҙҙың шифалы эсемлектәренең береһе. Ҡунаҡҡа айырыуса хөрмәт күрһәтеү билдәһе лә булған буҙа менән һыйлау. Витамин һәм минералдарға бай был ризыҡ ашҡаҙан, бөйөр, бауыр, нервылар системаһы эшмәкәрлеген яҡшырта. Туҡлыҡлы ла, файҙалы ла эсемлегебеҙгә ҡарата һуңғы йылдарҙа иғтибар артты, ауылдарҙа буҙа байрамдары үткәрелеп тороуы – быға асыҡ дәлил. Буҙа — туҡлыҡлы эсемлек, ҡымыҙ һымаҡ уҡ башҡорт милли аш-һыуы булып һанала.

Сараға күп йылдар ғаиләһен, тыуғандарын  шифалы эсемлек менән һыйлаусы, буҙа эшләү оҫтаһы Менәүәрә Исхаҡ ҡыҙы Бохарбаева саҡырылды. Ул ентекле итеп уны яһау алымдарын өйрәтте, яңы ғына өлгөргән күпереп торған буҙа менән һыйланы. Үҙе ижад иткән “Буҙа” шиғырын уҡып ишеттерҙе.

– Уның файҙаһын үҙебеҙ ҙә һиҙәбеҙ, сирҙәргә бирешеп бармайбыҙ, әленән-әле яңыртып яһап торам, бер ҙә өҙөлмәйбеҙ. Тыуған көндәргә, юбилейҙарға алып барам, башҡа милләт кешеләренә лә оҡшай, ҡыҙыҡһынып рецепт өлгөһөн һорашалар, – тине Менәүәрә Исхаҡ ҡыҙы.

Китапхана хеҙмәткәрҙәре “Һаулыҡ – ҙур байлыҡ” тип аталған китап күргәҙмәһе менән таныштырып “Күңел тыныслығы – сәләмәтлек нигеҙе” тип исемләнгән белешмә тапшырҙылар.

Минералдарға, аҡһымдарға бай һоло ононан, йә ярмаһынан әҙерләнгән был эсемлек, ысынлап та ихтирамға һәм ихтибарға лайыҡ! Туҡлыҡлы, шифалы, арзан буҙа өҫтәлебеҙҙән йәйен-ҡышын өҙөлмәһен ине! Уны бәләкәстән эсеп, күнегеп үҫкәндәр ситтән килгән ят эсемлектәргә ымһынмаҫ.