Муниципальное автономное учреждение Централизованная библиотечная система муниципального района Хайбуллинский район
Республики Башкортостан

“Нурҙар балҡышы һеҙҙең күҙҙәрҙә”

Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә арнап үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге хеҙмәткәрҙәре “Нурҙар балҡышы һеҙҙең күҙҙәрҙә” тип исемләнгән “Ағинәйҙәр” һәм иң әүҙем китап уҡыусы хеҙмәт ветерандары өсөн әҙәби сара ойошторҙо.

Яҙ ҡатын-ҡыҙҙан башлана, йәнендә һөйөү гөлдәре үҫтергән, наҙлы, иркә һүҙҙәр йөрөткән аҫыл заттан. Сөнки ҡатын-ҡыҙ донъяға кеше бүләк итә, уның һулышынан тормош йәшәрә.

Әҙәби кисә халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел ижадында ғаилә ҡиммәттәрен яҡтыртҡан мәҡәл, әйтем һәм йомаҡтарға таянып үткәрелде. “Балаһыҙ кеше кеше һөйләр, балалы кеше балаһын һөйләр”, “Килен килбәтле булһын, теле ширбәтле булһын”, “Ир аҡыллы булһа, ҡатын күндәм була” кеүек мәҡәлдәргә ағинәйҙәр тормош тәжрибәһенән сығып, ыҡсым ғына әйтелгән тәрән мәғәнәле тапҡыр һүҙҙәр ҡулланып үҙ ғаиләләре менән таныштырҙылар. Әсәләрҙең һәр ҡайһыһы ғаиләлә психолог та, педагог та, ашнаҡсы ла, тәрбиәсе лә, ире өсөн яғымлы ҡатын-ҡыҙ ҙа, ғөмүмән ысын хужабикә икән тағын бер тапҡыр иҫбат иттеләр.

Китапхана янында ойошторолған “Ағинәйҙәр” клубы етәксеһе Менәүәрә Бохарбаева береһенән-береһе гүзәл, йөрәктәрендә илаһилыҡ, зауыҡлыҡ, матурлыҡҡа һоҡланыу тойғоһо йөрөткән районыбыҙҙың мәҙәни үҫешенә ҙур өлөш индергән һәм йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнашҡан ҡатын –ҡыҙҙарға һаулыҡ, ғаилә ҡыуаныстары, тыныслыҡ, именлек теләп байрам кәйефе бүләк итте.

Сараға ҡыҙыҡлы йәм өҫтәп “Үгәй ҡыҙ” әкиәтенән мәсекәй әбей ҡунаҡҡа килеп йомаҡтар ҡойҙо, уйындар үткәрҙе.

Шулай уҡ әҙәби кисәлә «Донъя йәме ҡатын ҡыҙ» тип исемләнгән китап күргәҙмәһе ойошторолдо. Кәтибә Кинйәбулатованың «Әйләнһәмсе һайрар ҡошҡа», Йомабикә Ильясованың «Мин үҙеммен һаман», Рәмзилә Хисаметдинованың «Моңдоң йәне мөхәббәт», Зөһрә Ҡотлогилдинаның «Ялан сәскәләре», Лилиә Һаҡмарҙың «Матур йәшәй белеү- батырлыҡ» китаптарынан шиғырҙар уҡып ишеттерелде.

Байрам сараһы сәй табыны янында йәшлек йырҙары менән дауам итте.