12+
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ
ХӘЙБУЛЛА РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫ ҮҘӘКЛӘШТЕРЕЛГӘН КИТАПХАНАЛАР СИСТЕМАҺЫ МУНИЦИПАЛЬ АВТОНОМЛЫ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ
Муниципальное автономное учреждение
Централизованная библиотечная система
муниципального района Хайбуллинский район
Республики Башкортостан

«Сөмбөлә» байрамы

Вәлит ауылы китапханаһы «Эко – мин! Эко – беҙ! Эко – донъя!» инновацион-имиджлы район конкурсы сараһы сиктәрендә балалар баҡсаһы, мәктәп һәм «Ағинәйҙәр» клубы ағзалары менән берлектә «Сөмбөлә» байрамы үткәрҙе. Сараның маҡсаты – халҡыбыҙҙа милли мәҙәниәтебеҙгә һөйөү тәрбиәләү, уларҙы милли байрамдарыбыҙ менән таныштырыу, үҙ көсөбөҙ менән үҫтергән экологик яҡтан таҙа ризыҡ менән туҡланыу.

Тарихҡа күҙ һалһаҡ, байрам 21 – 23 сентябрҙә, көҙгө тигеҙлек мәлендә уҙғарылған. Уңыш байрамында күбеһенсә ир-егеттәр ҡатнашҡан. Улар ҡырға сығып, ҙур байрам ойошторған, ат сабыштары уҙғарылған, батырҙар билдәрен көрәштә һынаған. Ҡорбан итеп йылҡы, һыйыр салғандар, оло инәй-олатайҙарҙан фатиха алғандар, Ер-әсәгә уңыш өсөн рәхмәт әйткәндәр. Тора-бара был йола ярайһы уҡ үҙгәрештәр кисергән, байрамда ҡатын-ҡыҙҙар, йәштәр генә ҡатнаша башлаған. Улар кендек инәләренә бүләктәр биреп, ололарҙан фатиха алған. Байрамдың иң сағыу өлөшөнөң береһе булараҡ, Сөмбөләне һайлау традицияға инеп киткән. Ана шул традицияны бынан бер нисә йыл элек Башҡортостан Республикаһы ҡатын-ҡыҙҙар йәмғиәте тергеҙә лә инде.

Байрамға төрлө ҡамыр аштарынан, йәшелсә-емештән, ғөмүмән, көҙгө муллыҡтан торған күргәҙмә әҙерләнде.

Балалар уңыш йыйыу уйындарында етеҙлектә көс һынашты, йомаҡтарға яуап та эҙләне, мәҡәлдәр ҙә йыйҙы, йыйылған ҡунаҡтар күмәкләп бейеп тә алды.

Ағинәй Заһира Нурислам ҡыҙы Сафина йортобоҙға, илебеҙгә именлек, бәрәкәт, киләһе йылдарҙың да мул уңышлы булыуын теләп, сараны ойоштороусыларға рәхмәт әйтеп үтте. Күнелле сара һуңынан байрамдың бағымсыһы фермер Мөнир Яһанур улы Рәхмәтуллиндың тәмле күстәнәстәре, бүләктәре таратылды.